Йәмғиәт
26 Июнь , 13:45

Яғыулыҡҡа ҡытлыҡ яһалма рәүештә тыуҙырылды

Рәсәйҙә яғыулыҡ баҙарындағы ажиотаж ихтыяжды яһалма рәүештә 20-30 процентҡа арттырҙы, тип белдерҙе Рәсәй Хөкүмәте ице-премьеры Александр Новак.

Яғыулыҡҡа ҡытлыҡ яһалма рәүештә тыуҙырылдыЯғыулыҡҡа ҡытлыҡ яһалма рәүештә тыуҙырылды
Яғыулыҡҡа ҡытлыҡ яһалма рәүештә тыуҙырылды

Рәсәйҙә яғыулыҡ баҙарындағы ажиотаж ихтыяжды яһалма рәүештә 20-30 процентҡа арттырҙы, тип белдерҙе Рәсәй Хөкүмәте ице-премьеры Александр Новак.

Уның һүҙҙәренсә, илдә сеймал запасы етерлек. "Хәҙер системаның логистик бәйләнештәрен ихтыяждарҙы иҫәпкә алып үҙгәртеп ҡороу бара. Баҙарҙы баланслау бер ни тиклем ваҡыт талап итәсәк, – тип өҫтәне вице-премьер ТАСС агентлығына биргән аңлатмаһында. Ул шулай уҡ бөгөн яғыулыҡ баҙарындағы хәл буйынса сираттағы кәңәшмә буласағын иғлан итте, унда дизель экспортын тыйыу тураһында фекер алышасаҡтар. Рәсәйҙә яғыулыҡ дефициты июнь башынан күҙәтелә. Әле 20-нән ашыу төбәктә яғыулыҡ ҡойҙороу станцияларында бензин һатыуға сикләүҙәр индерелгән.

Александр Новак әйтеүенсә, баҙарҙағы хәл еңел түгел, әммә контролдә тотола. Уның һүҙҙәренсә, властар Севастополгә, Ҡырымға, Калининградҡа һәм Алыҫ Көнсығышҡа айырыуса иғтибар бүлә. Бынан тыш, ҙур  нефть компаниялары элек файҙаланылмаған резервтарҙы йәлеп итә. Яғыулыҡ баҙарындағы хәл буйынса ултырышта вице-премьер төбәктәрҙе яғыулыҡ менән өҫтөнлөклө тәьмин итеүҙе тәьмин итергә ҡушты.

Фото: “Коммерсантъ” гәитенән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас