

Салауат ҡалаһының Октябрь урамы петуния сәскәләре балҡып үҫкән вазондар менән биҙәлде. Тирә-яҡҡа күҙҙәрҙе ҡамаштырырлыҡ нур һипкән төрлө төҫтәге сәскәләр 35 вазонға ултыртылған.
Ампель петунияһы – бик матур, һығылмалы һабаҡлы бер йыллыҡ үҫемлек. Ул йәй буйы шашып сәскә ата, тирә-яҡҡа әйтеп бөтөргөһөҙ йәм өҫтәй. Был бүләкте ҡалаға “Флора” предприятиеһы ҡала башлығы Марат Заһиҙуллин ҡушыуы буйынса эшләгән.
–Ҡасандыр ҡала ошо уҡ принцип буйынса биҙәлә торғайны, хәҙер был традицияны тергеҙәсәкбеҙ, йыл һайын йәшеллек менән бергә сағыу сәскәләр урамдарҙы йәмләйәсәк. Вазондарҙы Липецк ҡалаһынан алдырҙыҡ, модификациялары үҙенсәлекле, дымды яҡшы һаҡлаясаҡ, – тине “Флора” предприятиеһы директоры Илдар Заһитов.
Фото: “Выбор” гәзите сайтынан.