Йәмғиәт
30 Июнь , 14:30

Икенсе берәү ҡылған енәйәт өсөн 13 йыл ултырған...

Бының өсөн уға ҙур ғына күләмдә компенсация түләнәсәк.

Икенсе берәү ҡылған енәйәт өсөн 13 йыл ултырған...Икенсе берәү ҡылған енәйәт өсөн 13 йыл ултырған...
Икенсе берәү ҡылған енәйәт өсөн 13 йыл ултырған...

Бының өсөн ул ҙур ғына күләмдә аҡса сығартып алған

Өфөнән Фәтҡулла Исхаҡов ҡылмаған енәйәт өсөн колонияла ултырған 13 йылы өсөн 4 миллион һум компенсация аласаҡ. Бындай ҡарарҙы Өфөнөң Совет районы суды сығарҙы, тип хәбәр итә юрист Виталий Буркин.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Фәтҡулла Исхаҡов кеше үлтереүҙә ғәйепләнеп хөкөм ителә. 13 йыл ғүмерен ул колонияла уҙғара.

Ир үҙенең ғәйепле булмауы хаҡында тәҡрарлай һәм иреккә сыҡҡас, ҡарарҙы юҡҡа сығарыу өсөн унар йыллап үҙенең ғәйебе булмауын иҫбатлап йөрөй, бында ул шаһиттарҙың ул ваҡытта ялған күрһәтмә биреүҙәренә таяна.

2012 йылда шаһиттарҙың береһе Исхаҡов ғәйепләнгән енәйәтте үҙе ҡылыуы тураһында белдерә. Бик күп суд юлында йөрөгәндән һуң 2023 йылда Рәсәйҙең Юғары суды 1959 йылдың 25 майындағы хөкөм ҡарарын юҡҡа сығарырға тигән ҡарар сығара.

Фото: “Башинформ”.  

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас