

"Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе", ти халҡыбыҙ. Әйҙәгеҙ, ағинәйҙәрҙең аҡыллы һүҙҙәренә тағы берҙе күҙ һалайыҡ әле.
* Рәнйеш һаҡлама күңелеңдә. Рәнйеткән кешегә бер нәмә лә булмаҫ, рәнйеш һаҡлаған – һаулығы ҡаҡшаған.
* Ҡояш менән бергә тор, бергә ят. Төндә эшләнгән эштең һөҙөмтәһе булмаҫ.
* Әйтерҙән алда уйла. Һүҙҙең тылсымы бар. Ауыҙҙан сыҡты ла бөттө түгел. Кире әйләнеп ҡайта ул.
* Хәрәкәттә – бәрәкәт. Ҡояш ҡарап торғанда йоҡлап ятыу файҙа килтермәҫ.
* Һөйләр алдынан тыңла.
* Көн һайын ниндәй ҙә булһа яҡшылыҡ эшлә. Кеше яҡшылығыңды күрмәһә лә, Хоҙай күрә.
* Тәүҙә – эш, унан – уйын. Тормош кәйеф-сафа ҡороуҙан ғына тормай.
* Тирә яғыңды һәм үҙеңде таҙалыҡта тот. Йоҡлар алдынан битте, аяҡты йыуырға кәрәк, тик һалҡынса һыу менән. Эҫе һыу – тәнгә зыян.
* Һәр уңышһыҙлыҡты яҙмышҡа һылтама.
* Аҡыллы күҙәтер, тыңлар, һығымта яһар. Йүләр белмәгәнен ҡысҡырып һәйләр, аҡыл өйрәтер.
* Кешенең һәр әйткән һүҙен вәғәҙә тип ҡабул итмә.
* Ата-әсәңде рәнйетмә. Улар ғәфү итер, әммә Хоҙай алдында гонаһлы булып ҡалыуың бар.
* Аҡса һорағанға кәңәш бирмә, кәңәш һорағанға аҡса бирмә.
* Бер көнөңдө йылмайыуға бүлеп ҡара. Үҙең яңыса күрерһең, тормошоң йәмләнер.
* Ғәйеплеләрҙе эҙләмә. Кем нисек теләй - шулай йәшәй. Кеше йәки уның ҡылығы оҡшамай икән - йыраҡ йөрө.
* Кемдер һине бәхетле итер тип көтмә. Бәхет һинең үҙеңдән башлана.
(Интернет селтәренән).
Розалия Хисаева фотоһы.