

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Хәйбулла районы башлығы итеп Илмир Ҡотоев тәғәйенләнде. Быға тиклем ул район башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын биләне, ә муниципалитет етәксеһе Рөстәм Шәрипов Өфөгә эшкә күскәндән һуң, башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарҙы.
Хәйбулла районы хакимиәте башлығы посына бөтәһе дүрт кандидат дәғүә иткән.
Илмир Ҡотоев билдәләүенсә, районды үҫтереү буйынса яңы проекттар урындағы халыҡтың тәҡдимдәре һәм башланғыстарына нигеҙләнеп формалаштырыласаҡ.
Яңы башлыҡҡа ауыр, яуаплы эшендә тик уңыштар теләйбеҙ!
Сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан