Йәмғиәт
3 Июля , 12:45

Заман менән бергә атлай

Башҡортостандың Милли китапханаһы өсөн иҫтәлекле йыл – ул 190 йыллығын билдәләй.

Заман менән бергә атлайЗаман менән бергә атлай
Заман менән бергә атлай

Башҡортостандың Милли китапханаһы өсөн ғәмәлдәге йыл бик иҫтәлекле – ул 190 йыллығын билдәләй. Ҙур дата, әлбиттә, республикабыҙҙың башҡортса донъя күргән төп гәзите иғтибарынан ситтә ҡалманы. Китапхананың үткәне һәм хәҙергеһе, киләсәккә төбәлгән яңылыҡтарға ынтылышы, республика мәҙәниәтендә тотҡан урыны, иҫтәлекле дата айҡанлы ойошторолор саралар – учреждение директоры Айгөл ӘМИНЕВА менән ошолар хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Айгөл Рафаил ҡыҙы, китапханалар эшен алып барыуға, ойоштороуға хәҙерге заман үҙгәрештәре, технологик яҡтан алға китеү ниндәй йоғонто яһай? Был ярҙам итәме, әллә ҡамасаулыҡ тыуҙырамы?

– Технология прогресы ҡорамалдарға һәм персоналды уҡытыуға инвестициялар талап итә, әлбиттә, уның ҡарауы, ул китапханалар алдында яңы мөмкинлектәр ҙә аса. Милли китапхана һанлы сервистарҙы ҡулланышҡа әүҙем индерә: электрон каталогты үҫтерә – уға 2025 йылдың 1 ғинуарына 759,4 мең яҙма индерелгән; шулай уҡ электрон китаптарға һәм фәнни мәғлүмәттәр базаһына инеү мөмкинлеген бирә, һирәк баҫмаларҙы ла һанлаштыра. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта 10 меңдән ашыу ҡиммәтле дана ошондай форматҡа һалынған. Бынан тыш, китапхана ситтән торған көйө ресурстарға инеү өсөн онлайн тәртибендәге сервистар аса һәм “БР-ҙың әҙәби картаһы”, Рәми Ғарипов сайты кеүек интерактив проекттар булдыра. Автоматлаштырыу фондтарҙы иҫәпкә алыуҙы һәм уҡыусыларҙы хеҙмәтләндереүҙе ябайлаштыра. Ә китапхананың үҙ каналында роликтар һәм подкастар ҡуйыу кеүек заманса эш итеү форматтарын ҡулланыу иһә һәр кемгә лә белемен арттырыу мөмкинлектәре булдырырға, аудиторияны киңәйтергә һәм һирәк баҫмаларҙы һанлы форматта һаҡларға ярҙам итә.

– Хәҙерге китапханалар үҙҙәренең тәүге функцияларын ғына алып бармай, ә тотош мәҙәни-мәғрифәти үҙәктәргә әйләнә бара. Был яҡшымы, әллә насармы?

– Был, һис шикһеҙ, заманса тел менән әйткәндә, ыңғай тренд, сөнки хәҙерге китапхана китаптар һаҡлау урыны ғына түгел, ә өйрәтеү, ижад һәм аралашыу өсөн асыҡ майҙанға әйләнә. Милли китапхана лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр – шул иҫәптән күсмәләрҙе, яҙыусылар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса клубтар, китап фестивалдәре һәм конкурстары, шулай уҡ мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында китап уҡыуҙы популярлаштырыу буйынса акциялар һәм виртуаль экскурсиялар тәҡдим иткән онлайн-проекттар ойоштора.

Был алым төрлө йәштәге кешеләрҙе йәлеп итергә, республиканың мәҙәни тормошон тулыландырыуға өлөш индерергә, үҙ-үҙеңде үҫтереү һәм аралашыу өсөн шарттар булдырырға, шулай уҡ китапхананың алдынғы, ижади майҙан булараҡ тотороҡло образын булдырырға ярҙам итә.

– Милли китапханаға тоғро ҡалып, даими рәүештә ошонда йөрөгән уҡыусыларығыҙ бармы? Булһа, уларҙың йәше ниндәй?

– Эйе, бындай уҡыусыларыбыҙ бар, аудитория күп төрлө. Төп өлөштө 25–55 йәшлек кешеләр тәшкил итә. Йәштәр һаны ла күҙгә күренеп арта. Мәктәп уҡыусылары ла, студенттар ҙа уҡыуға һәм үҙеңде үҫтереүгә бәйле сығанаҡтарҙы әүҙем ҡуллана. Бынан тыш, уҡытыусылар, тикшеренеүселәр, китап уҡырға яратҡан төрлө йәштәге кешеләр, шул иҫәптән өлкәндәр ҙә, китапхананың күптәнге дуҫы тиергә була.

Ололар ҙа йәштәрҙән ҡалышмай. 60 йәштән өлкәнерәктәр ваҡытлы матбуғат менән танышыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмай, мәҙәни сараларҙа ҡатнашыуҙан ситтә ҡалмай. 75-тән өлкәнерәктәр араһында фекер алышыуҙарҙа ҡатнашҡан, йәштәргә тәжрибәһен уртаҡлашҡан, мәғрифәти проекттарҙа ярҙам иткәндәр байтаҡ. Уларҙың күбеһе өсөн китапхана аралашыу майҙаны ла, зиһен эшмәкәрлегенә ҡоролған ял үҙәге лә. Бер һүҙ менән әйткәндә, Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһы бөтә йәштәге китап уҡыусыларҙы берләштерә, төрлө быуын вәкилдәренә бер-береһе менән аралашыуға мөмкинлектәр ҙә тыуҙыра.

– Шулай ҙа күп кеше һәр төрлө әҙәбиәтте интернет аша уҡыуға күскән ваҡыт. Баҫылып сыҡҡан китапты уҡыуға йәлеп итергә буламы, нисек иҫәпләйһегеҙ?

– Китапхана уҡыусыларҙы нәшриәттә баҫылған китаптарға йәлеп итеү өсөн һанлы һәм традицион форматтарҙы уңышлы берләштерә. Ул китап күргәҙмәләре һәм тематик тупланмалар ойоштора, яңы баҫмаларҙың презентацияларын һәм авторҙар менән осрашыуҙар үткәрә, китаптар тураһында йәнле фекер алышыу өсөн уҡыу клубтары ойоштора. Бынан тыш, китапхана ҡағыҙ китаптың өҫтөнлөктәрен, уны ҡулға тотоп уҡығанда тыуған тойғоларҙы, уҡыу залдарының үҙенсәлекле мөхитен тойҙорорға тырыша. Шуға күрә беҙ майҙансыҡтарҙы яңыртабыҙ, уларҙы эшләү һәм ял итеү өсөн уңайлы итеүгә ынтылабыҙ.

– Китапхананың филиалдары нисәү, улар менән эш нисек ойошторола?

– Милли китапхана республиканың китапханалар селтәре эшен көйләй. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда 1569 китапхана иҫәпләнә – был Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында беренсе урын. Улар иҫәбендә ике дәүләт китапханаһы: Башҡортостандың Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы һәм М. Төхвәтшин исемендәге Башҡортостан республика һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы, 324 моделле китапхана һәм 22 яңы быуын китапханаһы.

Республика китапханалары базаһында шулай уҡ 22 “Урын генийы” таланттар туплау нөктәһе” эшләй. Был, әйткәндәй, илебеҙҙә иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе.

Филиалдар менән эш методик ярҙам, берлектәге саралар, фондтар менән алмашыу һәм персоналды уҡытыу аша ойошторола, был хеҙмәтләндереү стандарттарын унификациялауға һәм иң яҡшы практикаларҙы таратыуға мөмкинлек бирә. Республика китапхана фондының дөйөм күләме 25920896 дана тәшкил итә, шуларҙың 4093475-е (15 проценты) – башҡорт телендәге баҫмалар.

– Ниһайәт, һөйләшеүҙең юбилей йылына төбәлгән өлөшөнә еттек. Был оло датаға Милли китапханабыҙ ниндәй ҡаҙаныштар менән килә?

– Милли китапхана үҙенең 190 йыллығына ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеп килә. Уның фондында 80-дән ашыу телдә белемдең бөтә тармаҡтары буйынса 3,3 миллиондан ашыу документ, шул иҫәптән бер миллиондан ашыу махсус техник әҙәбиәт төрө иҫәпләнә.

Китапхана революцияға тиклемге һәм унан һуңғы баҫмалар йыйылмаһын һаҡлай, был – 48 меңдән ашыу берәмек. Шуларҙың 900-гә яҡыны уникаль даналар иҫәбенә инә һәм XVII быуат–XVIII быуат башына ҡарай. Коллекциялағы иң тәүге баҫма – “Богословие четырёх книг Дамаскина”, ул 1512 йылда Парижда латин телендә баҫылған.

Йыл һайын китапхана 50 меңдән ашыу ҡулланыусыны хеҙмәтләндерә, 150-нән ашыу гәзит һәм журналға яҙыла, республика китапханалары өсөн библиографик күрһәткестәр һәм методик тәҡдимдәр сығара, шулай уҡ электрон каталогка 40 меңдән ашыу яҙма индерә. Бынан тыш, һуңғы ваҡытта фонд 50 мең яңы китапҡа – шул иҫәптән башҡорт телендәге баҫмаларға – тулыланды, юғары уҡыу йорттары һәм мәктәптәр менән ҙур мәғрифәтселек проекттары тормошҡа ашырылды, уҡыу залдары һәм саралар өсөн майҙансыҡтар яңыртылды.

– Юбилей йылын ниндәй саралар менән билдәләү ҡаралған?

– Иҫтәлекле ваҡиғаны күләмле программа аша билдәләү планлаштырылған. Башҡортостанда китап эше тарихы буйынса ғилми конференция, китапхана фондынан раритет баҫмалар күргәҙмәһе, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән лекциялар һәм осрашыуҙар циклы, йәштәр китап фестивале, уҡыусылар өсөн конкурстар, мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында китап уҡыуҙы популярлаштырыу буйынса акциялар, шулай уҡ онлайн-проекттар һәм виртуаль экскурсиялар үткәреүҙе күҙ уңында тотабыҙ.

Юбилей йылы тотош республикала тойолһон өсөн, бөтә филиалдарҙа ла урындағы саралар үткәреү планлаштырылған: тематик күргәҙмәләр, тыуған яҡты өйрәнеү сәғәттәре, яҡташ авторҙар менән осрашыуҙар, конкурс, викториналар.

– Үткәреү планлаштырылған саралар араһынан айырыуса әһәмиәтле ваҡиғалар тип ниндәйҙәрҙе атар инегеҙ?

– Айырым әһәмиәткә эйә булғандары өсәү. Тәүгеһе – фәнни конференция. Ул китапхананың республика фәне һәм мәҙәниәтенә индергән өлөшөн аңларға ярҙам итә.

Икенсеһе – раритеттар күргәҙмәһе. Ул беренсе тапҡыр йәмәғәтселеккә фондтарҙа һаҡланған уникаль баҫмаларҙы күрергә форсат бирә.

Өсөнсөһө – йәштәр өсөн китап фестивале. Был сара яңы быуын уҡыусыларҙы йәлеп итергә һәм китапхана – ул заманса, бик алдынғы һәм ҡыҙыҡлы икәнен күрһәтергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ.

Филиалдарҙағы айырым саралар ҙа Башҡортостандың төп, бай тарихлы Милли китапханаһының 190 йыллыҡ юбилейын тотош республика менән билдәләргә, бәләкәй ҡала һәм ауылдарҙа ла был датаның әһәмиәтлелегенә иғтибар йүнәлтеүгә булышлыҡ ҡылыр, тип ышанғы килә.

– Юбилей сараларын йомғаҡлау кисәһе ойоштороламы?

– Эйе, әлбиттә. Юбилей йылы аҙағында уны тантаналы ябыу сараһы үткәрергә ниәтләнәбеҙ. Был һөҙөмтәләрҙе барлау, әүҙем уҡыусыларыбыҙҙы, партнерҙарыбыҙҙы бүләкләү, яңы проекттарыбыҙ менән таныштырыу, йәғни уларҙы презентациялау рәүешендә булыр, тип күҙ алдына килтерәбеҙ. Мөһим ваҡиға ҙур юбилей программаһын тамамлау, шул уҡ ваҡытта китапхананың артабанғы үҫеше өсөн артылыш булырға тейеш.

 *Белешмә

Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһы тарихы 1836 йылдың 25 мартында (хәҙергесә – 6 апрелдә) башланған. Ул саҡта Өфөнөң Дворяндар йыйылышы ҡарамағында йәмәғәт (йәғни, теләгәндәр өсөн асыҡ – Р.Ғ.) китапханаһы асылған.

Яңы үҫеш этабы 1921–1922 йылдарға тура килә. Шул осорҙа Йәмәғәт дәүләт китапханаһы булдырыла, ул тап бөгөнгө Милли китапхананың нигеҙе булып тора. Хәҙерге ваҡытта ул – республиканың тарихи хәтерҙе һаҡлаған һәм уҡыуҙың киләсәген формалаштырған иң ҙур фәнни, мәғрифәти һәм мәҙәни үҙәге.

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА әңгәмәләште.

Һүрәттәрҙә: Айгөл Әминева; эш мәлдәре.

Фотолар – китапхана архивынан.

Заман менән бергә атлай
Заман менән бергә атлай
Заман менән бергә атлай
Заман менән бергә атлай
Заман менән бергә атлай
Заман менән бергә атлай
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас