

Өфөлә йәшәүселәрҙе Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамы менән бәйле Бөрөгә бушлай күсмә экскурсияға саҡыралар.
Изге Троицк кафедраль соборы һәм изге Петр менән Феврония һәйкәле эргәһендә меңләгән ғаилә йыйыласаҡ. Быйыл байрам Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылы һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылы билдәһе менән үтәсәк.
8 июлдә 14.00 сәғәттә автобустар “Торатау” конгресс-холы янындағы парковканан Бөрөгә ҡуҙғала һәм 21.30 сәғәттә Бөрөнән Өфөгә кире ҡайта. Экскурсияға 8-960-386-42-99 телефоны буйынса мотлаҡ алдан яҙылырға кәрәк.
Сара кискә тиклем барасаҡ. Ҡунаҡтарҙы күргәҙмәләр зонаһы, һөнәрмәндәр йәрминкәһе, гастрономия фестивале, милли уйындар үткәрелгән майҙансыҡтар, “Һәр ваҡытҡа мода” карнавалы көтә. Теләге булғандарҙың барыһы ла яугирҙәребеҙгә терәк булыр һүҙҙәрҙе яҙа ала.
Ошонда уҡ йәштәрҙең никахҡа инеү тантанаһы буласаҡ һәм 50 йыл бергә йәшәгән парҙарҙы бүләкләү тантанаһы үткәреләсәк. Лайыҡлы ғаиләләргә дәүләт наградадары тапшырыласаҡ.
Концерт программаһында Бөрөнөң ижади коллективтары ҡатнашасаҡ. Ошо уҡ кистә танылған йырсылар Әлиә менән Ришат Төхвәтуллиндар, шулай уҡ Назгөл Отузова сығыш яһаясаҡ.
0+