Йәмғиәт
4 Июль , 15:00

Дүртөйлөләр Иванай баҡсаһында ял итәсәк

Конкурста ҡатнашыу арҡаһында ҡала ла, район да төҙөк.

Дүртөйлөләр Иванай баҡсаһында ял итәсәкДүртөйлөләр Иванай баҡсаһында ял итәсәк
Дүртөйлөләр Иванай баҡсаһында ял итәсәк

Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн, 4 июлдә, Дүртөйлөгә сәфәре барышында “Иванай баҡсаһы. Киләсәк үҫентеләре” йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү барышы менән танышты. Был башланғыс “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы, уңайлы ҡала мөхите булдырыу маҡсатында үткәрелгән ил кимәлендәге проекттар конкурсында еңеп сыҡҡан.

Иванай алма баҡсаһы Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан. Ул уҙған быуаттың 50-се йылдарында булдырылған. Иванай ауылы аҙаҡ Дүртөйлө ҡалаһы составына индерелгән.

Баҡсаны төҙөкләндереү 2026, 2027 йылдарҙа ике этапта барасаҡ. Был эш өсөн федераль, республика, ҡала ҡаҙналарынан, дөйөм алғанда, 193 миллион һум йүнәлтелгән, шулай уҡ бюджеттан тыш сығанаҡтар йәлеп ителгән. Биләмәлә йәйәүлеләр юлы булдырыу, быуаны, яр буйын төҙөкләндереү, балалар, спорт майҙансыҡтарын, һыу янында ял итеү урындарын тейешенсә йыһазландырыу планлаштырылған. Бында инженер селтәрҙәре лә яңыртыласаҡ, заманса яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ҡорамалдары ҡуйыласаҡ, өҫтәмә йәшелләндереү ҙә ҡаралған.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, Дүртөйлө уңайлы ҡала мөхите булдырыуға йүнәлтелгән иң яҡшы проекттар конкурсында тәүге тапҡыр ғына еңеү яуламай.

– Минеңсә, тап шул арҡала ҡала үҙе генә түгел, тотош район заманса күркәмләнә бара. Киләһе йыл Иванай баҡсаһын яңыртыуҙы тамамлаһаҡ, дүртөйлөләргә ял итеү өсөн матур урын буласаҡ, – тине Радий Фәрит улы. – Ошондай киләһе конкурста ҡатнашыуға республиканан 12 ғариза ебәрҙек. Был эштә Ҡалаларҙы үҫтереү институтының өлөшө ҙур.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Дүртөйлөләр Иванай баҡсаһында ял итәсәк
Дүртөйлөләр Иванай баҡсаһында ял итәсәк
Дүртөйлөләр Иванай баҡсаһында ял итәсәк
Дүртөйлөләр Иванай баҡсаһында ял итәсәк
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас