Йәмғиәт
4 Июль , 07:30

Никах хаҡы ни хаҡ?

Беҙ улыбыҙға кәләш алып биргәндә, хәҙрәткә 10 мең һум түләнек, ә ауылдағы апайым муллаға 1 мең һум ғына бирҙе. Ошо хәлдән һуң миндә һорау тыуҙы... 

Никах хаҡы ни хаҡ?Никах хаҡы ни хаҡ?
Никах хаҡы ни хаҡ?

“Күптән түгел улыбыҙ кәләш алды. Матур итеп никах мәжлесе үткәрҙек. Никах уҡырға үҙебеҙҙең ҡала мәсетенән хәҙрәт саҡырттыҡ. Был ғәмәлдең хаҡын ул 10 мең һум тип билдәләне. Әлбиттә, йәштәрҙең бәхетле ғүмере хаҡына саҙаҡа булһын тип, риза булып бирҙек. Шулай ҙа һорау тыуҙы: никах уҡыған өсөн мулла хаҡ билдәләргә тейешме? Әгәр тейеш булһа, ул нисек ҡуйыла?

Ҡайһы бер төбәктәрҙә, айырыуса ҙур ҡалаларҙа никах уҡыу хаҡы 15 мең һум тирәһе, тиҙәр. Ауылда апайым менән еҙнәй улының никахында ауыл муллаһына 1 мең һум һалды. Мулла бөтөнләй хаҡ һораманы, үҙебеҙ шулай килешеп бирҙек, тинеләр.

Никах уҡыған өсөн аҡса түләргә кәрәк булыуы хаҡында берәй хәҙис бармы икән? Ә һеҙҙең яҡтарҙа никах уҡыған өсөн күпме аҡса алалар? Яҙығыҙ әле!

Нәфисә”.

Фото: Айгиз Асадуллин (Абзелиловский ИЦ). 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас