Йәмғиәт
5 Июля , 15:30

Иң өлкән бесән сабыусыға нисә йәш?

Йылайырға Баймаҡтан, хатта Ҡырмыҫҡалынан килеп еткәндәр! 

Иң өлкән бесән сабыусыға нисә йәш?Иң өлкән бесән сабыусыға нисә йәш?
Иң өлкән бесән сабыусыға нисә йәш?

Йылайыр районында үҙенсәлекле байрам үткән: Таллыҡ яланында “Бесән туйы” ярышы ойошторолған. Был турала район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә яҙҙы.

“Инде икенсе йыл был сара райондың төрлө мөйөштәренән кешеләрҙе йыя. Быйыл ярыштарға Ҡырмыҫҡалы һәм Баймаҡ районынан да килделәр. Беҙгә йәнә йолалар мөхитенә "сумырға", элеккесә бесән сабыуҙы күрергә мөмкинлек бирелде — был, ысынлап та, тотош мәҙәниәт һәм йәшәү рәүеше.

Ойоштороусыларға уларҙың хеҙмәте һәм тырышлығы өсөн айырым рәхмәт.

Шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров был ҡатмарлы эштә үҙенең юғары оҫталығын күрһәтте. Уға рәхмәт!

Барыбыҙға ла ныҡлы һаулыҡ теләйем һәм артабан да бергә йыйылып, йолаларыбыҙҙы башҡарырбыҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итербеҙ тип ышанам”, – тип яҙҙы ул.

Борис Николаевич ярышта ҡатнашҡан иң өлкән кешене лә күрһәтте. Ул - 91 йәшлек Шәмсинур Ғәтиәт ҡыҙы Ҡолғарина. Инәй Йомағужа ауылынан. Ул йәштәрҙән һис ҡалышмай бесән сапҡан. Һай, афариндар!

Фото Евгения Венидиктова

Иң өлкән бесән сабыусыға нисә йәш?
Иң өлкән бесән сабыусыға нисә йәш?
Иң өлкән бесән сабыусыға нисә йәш?
Иң өлкән бесән сабыусыға нисә йәш?
Иң өлкән бесән сабыусыға нисә йәш?
Иң өлкән бесән сабыусыға нисә йәш?
Иң өлкән бесән сабыусыға нисә йәш?
Иң өлкән бесән сабыусыға нисә йәш?
Иң өлкән бесән сабыусыға нисә йәш?
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас