

Айырыуса 30 йәштән башлап сәс ағарыу күптәр өсөн ауыр мәсьәләгә әйләнә. Был проблеманан ҡотолоу юлы өйрәтелгән бер яҙманы тәҡдим итәбеҙ.
“Апайым сәс ағарыуҙы туҡтатҡан бер ысул хаҡында һөйләне. Берәр ҡалаҡ бал, кастор майы һәм коньякка бер йомортҡа һарыһын ҡушабыҙ ҙа ныҡлап бутайбыҙ. Килеп сыҡҡан массаны сәс төптәренә биш минут дауамында, массаж эшләгәндәге кеүек хәрәкәттәр яһап, һеңдергәнсә һөртәбеҙ. Унан башты пленка менән ҡаплап, өҫтөнән яулыҡ ябынып йә таҫтамал урап ҡуйығыҙ. Ошо рәүешле ике-өс сәғәт тоторға кәрәк. Аҙаҡ шампунь менән йыуырға, ти апайым”.
Был ысулды ҡулланып ҡарағанығыҙ бармы? Булһа, һөҙөмтәһе нисек?