

Гөлназ Асаева ҡатнашлығында булған аварияға бәйле шау-шыу әле һаман тынмай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ДТП 28 февралдә булғайны. Стәрлетамаҡҡа китеп барғанда Гөлназ рулдә булған "JAC" автомобиле "Hyundai Solaris" менән бәрелеште. Асаева һәм уның ике бейеүсеһе төрлө йәрәхәттәр алды. Икенсе машинала ултырған пассажир ҡатын да ауыр йәрәхәттәр ала, ул әле һаман аяғына баҫа алмай, дауалана. Шул саҡта йырсы зыян күреүселәргә ярҙам итәсәкмен тип белдерә.
Авариянан һуң дүрт ай үткәс Гөлназдың бейеүсеһе Дилара һәм икенсе машинала ултырған ҡатындың ҡыҙы йырсынан ярҙам булмауы тураһында социаль селтәрҙә яҙҙы. Улар әйтеүенсә, Гөлназ марттан бирле бер тапҡыр ҙа шылтыратмаған, хәлдәрен белмәгән, аҡса күсермәгән.
Гөлназдың концерт директоры Вадим Фәтхинуров уларға ярҙам күрәһәтелә, ләкин барлыҡ мәғлүмәт судтан һуң ғына биреләсәк тине. "Tatarstan News" баҫмаһы иһә Гөлназдың үҙе менән бәйләнешкә ингән.
– Беҙ уларҙың минең адресҡа биргән ғаризалары буйынса материалдарҙы хоҡуҡи майҙанда хәл итеү өсөн әҙерләйбеҙ. Сөнки беҙ бында миңә ҡарата яла яғыу һәм эҙәрлекләү күрҙек. Үҙ яғымдан ышандыра алам, яҙышыуҙар һәм чектар скриндары рәүешендә ярҙам күрһәтеүемдең барлыҡ дәлилдәре миндә бар, – тигән ул.
Әйткәндәй, зыян күреүселәр киреһенсә, Гөлназдың ярҙам итмәүе дәлилдәрен күрһәтергә әҙер.
Тимәк, хәҙер кемдең дөрөҫ булыуын, ә кемдең алдашыуын суд хәл итәсәк.
Фото: Г. Асаеваның социаль селтәре.