Йәмғиәт
7 Июль , 18:30

Яугирҙең яҡындарының йорто газға тоташтырылды

Улдары ил өсөн һуғышта үҙенең һаулығын биргән, әле ейәндәре уның юлын дауам итә, хәрби бурыстарҙы үтәй

Яугирҙең яҡындарының йорто газға тоташтырылдыЯугирҙең яҡындарының йорто газға тоташтырылды
Яугирҙең яҡындарының йорто газға тоташтырылды

Боғанаҡ ауылында йәшәгән Мөслиха ИшбулдЫ ҡыҙы Эшонҡолованың Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа "тура бәйләнеш" аша яңғыраған мәсьәләһе хәл ителде.

“Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Белореттағы филиалы хеҙмәткәрҙәре Эшонҡоловтар ғаиләһенең йортон газ менән тәьмин итеү системаһына тоташтырҙы.

Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Салауат улы Хәкимов хәбәр итеүенсә, Мөслиха Ишбулды ҡыҙы өйөнән алыҫта, Мәскәүҙә, дауалана. Әммә урындағы етәкселек уның ире менән бәйләнештә тора.

– Хатамбой Хәсән улы беҙгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Белорет газ хеҙмәткәрҙәренә яуаплылыҡтары һәм сифат өсөн айырым рәхмәт. Эшонҡоловтар – беҙҙең райондағы иғтибарға лайыҡ ғаилә. Уларҙың сыҙамлығы менән ғорурланабыҙ. Улдары ил өсөн һуғышта үҙенең һаулығын биргән, әле ейәндәре уның юлын дауам итә, хәрби бурыстарҙы үтәй. Бындай кешеләрҙең өйөндә йылылыҡ һәм уңайлылыҡ тәьмин итеү – беҙҙең изге бурысыбыҙ. Артабан да ярҙам итергә әҙербеҙ. Әгәр беҙ бергә булһаҡ, бөтә мәсьәләләр ҙә хәл ителәсәк, - тине Азат Хәкимов.

Фото: Белорет район хакимиәтенән.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас