Йәмғиәт
9 Июля , 09:55

"Барыһын да хәл итергә була – Эверест мине шуға өйрәтте", ти Рөстәм Нәбиев

Эверестҡа менеү өсөн күпме аҡса кәрәк икәнлеген беләһегеҙме? Рөстәм Нәбиев был турала ла һөйләне. 

"Барыһын да хәл итергә була – Эверест мине шуға өйрәтте", ти Рөстәм Нәбиев"Барыһын да хәл итергә була – Эверест мине шуға өйрәтте", ти Рөстәм Нәбиев
"Барыһын да хәл итергә була – Эверест мине шуға өйрәтте", ти Рөстәм Нәбиев

Яҡташыбыҙ, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, блогер, альпинист Рөстәм Нәбиевте хәҙер Башҡортостан һәм Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә яҡшы беләләр. Ул донъяның иң юғары нөктәһенә – Эверестҡа ҡулдарында ғына күтәрелә алған тәүге кеше. Рөстәмдең яҙмышын күптәр белә. Омскиҙа казарма емерелеү сәбәпле Саҡмағош егете ике аяғын да юғалта. Ул ете сәғәт буйы таш, бетон аҫтында ята һәм мөғжизә менән генә иҫән ҡала. Хәле ауыр булһа ла, йәшәү теләге бөтә ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә, 12 июлдә, Омскиҙағы фажиғәгә 11 йыл тула.
Йәп-йәш
кешегә аяҡһыҙ ҡалыуҙың ни тиклем ҙур фажиғә икәнлеген аңлатып тороу артыҡ. Ләкин Рөстәм һынмай, киреһенсә, үҙ өлгөһөндә кешеләрҙең мөмкинлеге сикһеҙ булыуын дәлилләй. Әле ул – ҙур уңыштарға өлгәшкән кеше. Әүҙем йәмәғәт һәм хәйриә эшмәкәрлеге алып бара, спорт, альпинизм менән шөғөлләнә. Ә иң ҙур байлығы тип ғаиләһен – ҡатыны Индираны һәм өс балаһын иҫәпләй.

Ошо көндәрҙә Рөстәм Нәбиев республика журналистары менән осрашты һәм ихлас күңелдән беҙҙең күп һорауҙарға яуап бирҙе.
Рөстәм, ни өсөн альпинизм менән шөғөлләнә башланың? Эверестҡа менеүгә нимә этәргес булды?
– Альпинизм менән мин инде алты йыл шөғөлләнәм. Беренсе ҙур түбәм Эльбрус булды. Уға тиклем ни бары 2018 йылда Өфө пигына ғына менгәнем бар ине. Ул саҡта бер ниндәй ҙә маҡсаттар ҡуймағайным, бары тик үҙ көсөмдө һынап ҡарағым килде. 2020 йылда иһә бының менән ныҡлап шөғөлләнергә тигән уй килде. Мин һәр ваҡыт үҙемә тиклем бер кем дә башҡармаған нәмә эшләү мөмкинлеге эҙләнем. Ошо рәүешле үҙемде күрһәткем килде. Шул саҡта тормошома альпинизм килеп инде. Аяҡһыҙ килеш тауға нисек менермен? Башта быны күҙ алдына килтерә алмай инек. Махсус санаға ултырып артылырғалыр тип уйланыҡ тәүҙә, тик, Эльбрусҡа килеп еткәс, улай мөмкин түгел икәнлеген аңланым. Көслө әҙерлек менән килһәм дә, сананы хатта урынынан да ҡуҙғата алманым. Шуға күрә боҙ ярғыс алдым да, ҡул ярҙамында шыуып барырға ҡарар иттем.

Беҙ Эльбрусҡа миңә тиклем бер кемдең дә ҡулда менеп ҡарамағанын белә инек. Күпме үтә алырымды ла күҙалламаным. Ҡулдар йөрөү өсөн тәғәйенләнмәгән бит, тимәк, мөмкин түгел. Ә ни өсөн мөмкин түгел? Сөнки бер кем дә менеп ҡарамаған. Тик һәр ваҡыт нимәне булһа ла тәүге тапҡыр эшләгән кеше була. Шуға тәүәкәлләп ҡарарға булдым һәм барыһы ла килеп сыҡты. 12 сентябрҙә мин беренсе тапҡыр Эльбрусҡа ҡулда менә алған кеше тип танылдым. Ул саҡта, башҡа тауҙарға кире килмәйем, тип ҡайтып киткәйнем. 11 айҙан кире килдем!
– Бирешмәҫкә нимә ярҙам итә?
– Моғайын, ныҡ итеп йәшәге килеү һәм үҙемде илһамландырыр шөғөл табыуымдыр. Мин илһамды тауҙарҙа таптым. Үрҙә үҙемде ысын мәғәнәһендә тере кеше итеп тоям. Ни өсөн тигәндә, һин йәшәү менән үлем араһында ҡалаһың. Юҡ, был минең ғәҙәти тормошта йәшәгем килмәй тигәнде аңлатмай. Ул башҡа хистәр. Һәм юлда ниндәйҙер бик ауыр хәл килеп тыуһа, кире бороласаҡмын, сөнки тау һинең ғүмереңдән ҡәҙерлерәк түгел. Хәүеф бар, әлбиттә, бөтә хәлде контролдә тотһаң да, кеше идара итә алмаған нәмәләр – һауа торошо, ҡар ишелеүе һәм башҡаһы бар. Шуға күрә ныҡлы әҙерлекле, теләге ҙур кеше генә тауға йөрөргә тейештер.
Хәүефле үргә менгән саҡта мин хатта васыятнамә яҙып ҡалдырам. Был тауға үлергә китәм тигәнде түгел, ә хәлде аныҡ баһалау тураһында һөйләй. Кешеләр тауҙа бик йыш үлә. Мәҫәлән, быйыл ғына ла Эвереста биш кешенең ғүмере өҙөлгән.
– Тауға күтәрелгәндән һуң донъяға ҡарашың үҙгәрәме?
– Эверест минең 5000 метрҙан бейегерәк унынсы түбәм булды. Әммә, дөрөҫөн әйткәндә, кеше булараҡ, был мине бөтөнләй үҙгәртмәне. Әҙәм балаһының мөмкинлектәре беҙ уйлағандан күпкә киңерәк һәм юғарыраҡ икән тигән инаныу ғына көсәйә. Әгәр мин Эверестҡа ҡулдарҙа менә алғанмын икән, ғәҙәти тормошта ниндәй проблемалар туҡтата алырға тейеш? Барыһы ла хәл ителә – Эверест мине шуға өйрәтте. Ә кеше булараҡ ул мине бөтөнләй үҙгәртмәне. Үҙем уйлағандан күберәк эшләй алыуымды аңланым. Әгәр теләһәм, барыһын да эшләй алам. Ныҡлы ынтылыш ҡына кәрәк. Кеше теләгән һәр нәмә өсөн ваҡыт табасаҡ, тиҙәр бит.
– Тауға менеүе ауырыраҡмы, әллә төшөүеме?
– Төшөү күпкә ауырыраҡ.

Эйе, беҙ Эверестҡа ете көн буйы күтәрелдек, ә төшөү өсөн ике көн етте. Әммә үргә артылғанда бөтә көсөңдө бирәһең. Күп альпинистар тауға менеп етеүҙе хатта үҙ ғүмеренән дә юғарыраҡ күрә. Тимәк, маҡсатты дөрөҫ ҡуймайҙар. Әгәр мин шундайҙарҙан, альпинист өсөн нимә мөһимерәк, тип һораһам, 90 проценты, моғайын, тау башына менеп етеү, тип яуап бирәсәк. Ә ысынында – күтәрелеү һәм иҫән-һау төшөү. Был – альпинист алдында торған иң мөһим бурыс. Улар араһында һәләк булыу осраҡтарының 90 проценты төшкән мәлгә тура килә. Мәҫәлән, быйыл ике индус күтәрелгән һәм төшкәндә үлгән. Һәм улар шунда ятып ҡалды. Әгәр төшөрөү өсөн түләмәһәләр, мәйеттәрҙе алыусы булмаясаҡ.
– Эверестҡа менеүгә нисек әҙерләндең?
– Спорт әҙерлеге йыл әйләнәһенә дауам итә. Аҙнаһына алты тапҡыр тренажер залына барам, көн һайын кардиокүнекмәләр яһайым. Аҙнаһына яҡынса 120 – 140 километр “үтәм” – велотренажерҙа ҡулым менән педаль әйләндерәм. Был сыҙамлылыҡты арттырыу өсөн кәрәк, сөнки тауҙа һәр ваҡыт хәрәкәттә булырға кәрәк. Мәҫәлән, Эвереста бер урында 16 сәғәт буйы туҡтамай ҡулда барҙым. Күптәр аяғында ул тиклем йөрөй алмай бит.
Туҡланыуға килгәндә, артыҡ күҙәтеү кәрәкмәй, сөнки тауҙа ауырлыҡ ныҡ кәмей. Киреһенсә, күберәк ашап, запас йыйырға тырышам. Тауҙа аппетит юҡ, ҡаты аҙыҡ, ит-фәлән ашау мөмкин түгел. Башлыса шыйыҡ аштар, сәй, һыу кәрәк. Ә иң нығы – ябай доширак (тиҙ бешерелгән туҡмас ашы) ашағы килде.
Тауҙа барыһы ла ябай. Унда көнләшеү юҡ, иң ябай нәмәләргә лә ҡыуанаһың. Үрҙә тормошто ҡатмарлаштырмайһың, сөнки унда былай ҙа ауыр. Ғәҙәти тормошта ла шулай булһын ине. Үҙебеҙ барыһын да ҡатмарлаштырабыҙ бит, бер проблеманан икенсеһен яһайбыҙ. Ғөмүмән, тауҙа фәлсәфә көсәйә, күп нәмәгә ҡараш үҙгәрә.
– Эверестҡа менеү өсөн күпме аҡса кәрәк?
– Минең хәлем шәхси, өҫтәмә сығымдар талап итә. Ә былай, дөйөм алғанда, бер кешегә 50-70 мең доллар, йәғни дүрт-биш миллион һум самаһы. Арзан түгел, минең өсөн иһә бер нисә тапҡыр ҡиммәтерәк тә. Непалда тауға менеү өсөн мотлаҡ шерп яллау талап ителә, беҙгә етәү кәрәк булды. Шерптар ошо тауҙа тыуып үҫкән һәм уларға үрҙә еңел. Икәүһе гел янымда булды, тәүгеһе оҙатып барҙы, икенсеһе минең кислород баллонын тотоп барҙы, уның менән шланг аша бәйләнгән инек. Ҡалғандары алдан китеп лагерь эшләй, ашарға әҙерләй, ҡар иретә. Тауға бер менеп төшкән өсөн алған аҡсаға улар йыл буйы йәшәй. Был аңлашыла: Непал – бик ярлы ил, унда уртаса эш хаҡы 5-6 мең һум.
– Ғаиләң нисек ҡабул итә? Һине нисек ҡаршы алалар?
– Индира һәр ваҡыт яратҡан ризығымды – французса ит бешереп көтә. Әлбиттә, борсолалар. Ҡыҙҙар ҙурайып килә, өлкәненә – һигеҙ йәш, ул барыһын да аңлай. Бәләкәйе Әминә бигүк төшөнөп бөтмәһә лә, ныҡ борсола. Минең нимә эшләгәнде белһендәр өсөн, ҡайтҡас, ғаиләм менән бергә Торатауға мендек. Эйе, унда баҫҡыстар бар, күтәрелеүе күпкә еңел, әммә балаларҙың аңлауын теләнем. Улар арып менде һәм “атайыбыҙ – герой” тигән һығымтаға килде. Улыма иһә әле ни бары бер йәш кенә.
– Тауҙан төшкәс, хәл йыйып өлгөрҙөгөҙмө?
– Май аҙағында ҡайттым, тик һаман ныҡлап ял иткән юҡ. Күп урындарға саҡыралар, телевидениеға төшөүҙәр күп. Эшем дә бар – Мәскәүҙә Йәмәғәт палатаһындамын. Командировкалар күп, әле Рәсәй Президенты менән осрашыуға әҙерлек бара.
– Омск фажиғәһенә тарымаһам, бөгөн ниндәй кеше булыр инем икән, тип уйлайһығыҙмы?
– Бер ҡасан да булмаҫ нәмә тураһында ни өсөн уйларға? Мин бөгөн, ошо тормошом менән бәхетле. Армияға тиклем хыялланған бөтә нәмәм дә әле бар. “Теге” Рөстәм әлеге һөҙөмтәгә өлгәшә алмаҫ ине тип әйтмәйем. Эйе, аяғым булһа, тауға йөрөмәҫ инем, моғайын. Тик барыбер маҡсаттарыма өлгәшер инем: был бит минең холоҡ, бала саҡтан килгән ҡарашым.
Аҡса менән кем ярҙам итә?
– Беҙҙең бағыусы – Халыҡ-ара бокс федерацияһы президенты Умар Кремлев бар. Эверестҡа күтәрелеүҙе ул финансланы. Дөрөҫөн әйткәндә, иң ҙур һәм ҡатмарлы мәсьәлә – аҡса табыу. Мин, моғайын, төрлө компанияларға, корпорацияларға, ойошмаларға 100-ҙән ашыу хат яҙғанмындыр. Барыһы ла баш тартты. Хәҙерге заманды иҫәпкә алғанда, барыһын да яҡшы аңлайым, бер кемгә лә үпкәләмәйем.
– Тағы экспедициялар булырмы? Алда ниндәй маҡсаттар?
– Декабрҙә Антарктидаға осасаҡбыҙ. “Ете түбә” программаһын ябыу бурысы бар. Был – һәр континенттың иң юғары нөктәһе. Әле минең иҫәптә Африка, Көньяҡ Америка, Азия һәм Евразия бар. Йәнә Төньяҡ Америка, Антарктида, Австралия, Океания ҡала. Маҡсаттар күп. Әле китап яҙа башланым, фильм төшөрәләр. Иң ҙур маҡсат иһә – йыһанға осоу. Алдан әйткәнемсә, барыһын да булдырырға мөмкин!

Альберт Заһиров һәм автор фотолары.

"Барыһын да хәл итергә була – Эверест мине шуға өйрәтте", ти Рөстәм Нәбиев
"Барыһын да хәл итергә була – Эверест мине шуға өйрәтте", ти Рөстәм Нәбиев
"Барыһын да хәл итергә була – Эверест мине шуға өйрәтте", ти Рөстәм Нәбиев
"Барыһын да хәл итергә була – Эверест мине шуға өйрәтте", ти Рөстәм Нәбиев
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас