

Көслө рухлы башҡорт ҡыҙы инвалид коляскаһында Айгир тауын яуланы!
«Ҡанаттар» тапшырыуы геройы Сулпан Байғалина үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа ашырҙы – инвалид коляскаһында Айгир тауының түбәһенә менде.
Был иһә рух көсө һәм мөмкинлектәрҙең сикһеҙ булыуына йәнә бер асыҡ миҫал.
Был ҡатмарлы һәм яуаплы сәйәхәтте ойоштороуҙа һәм тормошҡа ашырыуҙа уға ябай башҡорт егеттәре ярҙам иткән. Хыялды ысынбарлыҡҡа әйләндереүселәр – Ғайсар Мөхәмәтйәнов, Тимур, Вәлит, Юлдаш, Алмаз һәм Луиза. Уларҙың ярҙамы менән Сулпандың маҡсаты тормошҡа ашҡан.
Мөмкинлектәр өсөн сиктәр юҡ. Афарин, Сулпан!
Сығанаҡ: "Юлдаш" радиоһы.