Йәмғиәт
10 Июль , 17:00

Бындай музыканы ишеткәнегеҙ юҡтыр әле!

Элек был урында металл иреткәндәр, ә бөгөн бында тауыш, яҡтылыҡ, мәғлүмәттәр һәм эмоциялар иретелә, яңы быуын сәнғәте тыуа. Өфө, Ырымбур, Стәрлетамаҡ һәм Мәскәүҙән 10 музыкант үҙ сеттарын уйнай

Бындай музыканы ишеткәнегеҙ юҡтыр әле!Бындай музыканы ишеткәнегеҙ юҡтыр әле!
Бындай музыканы ишеткәнегеҙ юҡтыр әле!

Тау заводы цивилизацияһының беренсе фестивален ойоштороусылар дәүерҙәр һәм технологиялар сигендә ғәҙәти булмаған музыкаль коллаборация әҙерләй. 11 һәм 12 июлдә Воскресенск баҡыр иретеү заводы стеналары янында уникаль SOLAR инсталляцияһы менән музыкаль программа үтәсәк. Шоуҙы Өфөнөң билдәле диджейы Ринат Габба һәм “Портал” командаһы медиахудожниктары әҙерләй.

SOLAR нигеҙендә генератив сәнғәт ята – кеше ҡарашы һәм яһалма зиһен синтезы. Һәр нота, барабандың һәр һуҡмағы реаль ваҡытта үҙенсәлекле визуаль образдарға әйләнә, улар бында һәм хәҙер барлыҡҡа килә һәм бер ҡасан да ҡабатланмай. Проект авторҙары – “Портал” ижади дуэты, улар рәссамдар һәм медиа-артистар, уларҙың эштәре Рәсәй һәм халыҡ-ара заманса сәнғәт күргәҙмәләрендә күрһәтелгән.

“Элек был урында металл иреткәндәр, ә бөгөн бында тауыш, яҡтылыҡ, мәғлүмәттәр һәм эмоциялар иретелә, яңы быуын сәнғәте тыуа. Өфө, Ырымбур, Стәрлетамаҡ һәм Мәскәүҙән 10 музыкант үҙ сеттарын уйнай”, – тип комментарий бирә музыкант Ринат Gabba.

Сәхнә ике көн дә 12:00 сәғәттән 22:00 сәғәткә тиклем эшләй. Инеү ирекле.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фестиваль программаһында шулай уҡ диджей Марат Татурастың, Благовещен сиркәүенең сиркәү ҡыңғыраусыһы Алексей Заболотский һәм Matata-нан (сәхнә Воскресенскийҙа, 11 июлдә 16:30 сәғәттә башлана) "Ҡыңғырау, гусли, эмбиент" махсус импровизацион live-сеты бар. Сетта тректың электрон туҡымаһына үрелгән ысын ҡыңғырауҙар яңғырай. 12 июлдә 15: 00 сәғәттә терменвокста донъялағы алдынғы башҡарыусыларҙың береһе Петр Термен сығыш яһай.

Верхоторҙа фольклор стилистикаһына сумыу өсөн “Узорица” төркөмө (сығышы 11 июлдә 20:00 сәғәттә башлана) һәм “Голос” шоуында ҡатнашыусы, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған артисы Катя Ямщикова (сығышы 12 июлдә 16:00 сәғәттә башлана) яуап бирәсәк.

Бөтә программа – фестивальмедь.рф сайтында

Фестиваль программаһындағы үҙгәрештәрҙе социаль селтәрҙәрҙә күҙәтергә мөмкин:

“Бәйләнештә” төркөмө – https://vk.com/cuprumfest
Макста канал https://max.ru/join/likDGi4uU5knXoff0wrnKGjC05187rKDqMzzfM4i-oE
Телеграмда канал: https://t.me/cuprumfest02

Фото: ойоштороусыларҙан.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас