Йәмғиәт
10 Июль , 08:00

Юл хәрәкәте сикләнә

Маршрутығыҙҙы алдан планлаштырығыҙ.

Юл хәрәкәте сикләнәЮл хәрәкәте сикләнә
Юл хәрәкәте сикләнә

Баш ҡалала юл япмаһын ремонтлау менән бәйле ҡайһы бер урамдарҙа транспорт хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә.

Мәҫәлән, Комаров һәм Тыныслыҡ урамдары киҫелеше, шул иҫәптән Комаров урамынан Тыныслыҡ урамына уң яҡтан боролоп төшөү урыны өлөшләтә, ә кәрәк булғанда 11 июлдә 08:00 сәғәттән 12 июлдә 20:00 сәғәткә тиклем ваҡытлыса тулыһынса ябыла.

Бынан тыш, 10 июлдән 14-нә тиклем Зәки Вәлиди урамында, Воровский урамынан Карл Маркс урамына тиклемге участкала асфальт-бетон япма һалынасаҡ. Эштәр юлдың яртыһын ябып башҡарыласаҡ. Ҡала халҡы өсөн уңайһыҙлыҡтарҙы кәметеү өсөн сикләүҙәр этаплап һәм төнгө ваҡытта ғына — 22:00 сәғәттән 07:00 сәғәткә тиклем индерелә.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас