Йәмғиәт
11 Июля , 16:40

"Дауаханала бәхетемде таптым..."

Онкология диспансерында ятҡан ҡатынға иренең: “Тәмәкелек аҡса бир әле”, – тип һоранып килгәне хаҡында яҙғайныҡ. Ҡатын үҙе ошо хәлдең дауамы, әлеге тормошо тураһында һөйләне.

"Дауаханала бәхетемде таптым...""Дауаханала бәхетемде таптым..."
"Дауаханала бәхетемде таптым..."

– Ирем онкология диспансерына тәмәкелек аҡса һорап килеп ҡайтҡандан һуң үҙемдең ғаиләмә, яҡындарыма бөтөнләй кәрәкһеҙ кеше булғаныма ныҡлы инандым. Эйе, аҡса тоғо тип кенә ҡарағандар. Хатта балаларым да. Айҙар буйы яныма килеп тә әйләнмәнеләр бит...

Ошондай хәлдә коридор буйлап шаңҡып йөрөгәнемдә күрше палатала ятҡан өлкән йәштәге апайҙың телефондан һөйләшкән тауышын ишетеп, туҡтап ҡалдым.

– Балам, улай көн дә килеп ыҙалама. Бында былай ҙа бөтә нәмә бар бит. Ашаталар, ҡарайҙар. Күршеләр ҙә һәйбәт...

Әммә, аңлауымса, улы барыбер тыңламаны, әсәһе ҡул һелтәп кенә ҡуйҙы.

Уны үҙем менән сағыштырып, тағы йөрәгем һулҡылдап ҡуйҙы. Палатаһынан килеп сыҡҡан апайға күңел төбөмдән урғылып сыҡҡан тойғоларымды еткермәйенсә булдыра алманым. Дөрөҫөрәге, был һүҙҙәр үҙенән-үҙе әйтелде:

– Ҡайһылай ҙа бәхетлеһегеҙ һеҙ, апай!..

Шулай тинем дә сеңләп илап ебәрҙем. Туҡтай алмайынса, оҙаҡ иланым. Коридорҙағы диванда янымда ултырған апай, арҡамдан һыйпай-һыйпай, тынысланғанымды сабыр ғына көттө. Күңелемдән бар әрнеүҙәрем, үпкәм, һыҙланыуҙарым урғылып түгелде. Бер ниҙе йәшермәй һөйләнем апайға. Ул өндәшмәй генә тыңланы, бүлдермәне, ғәйепләмәне, аҡыл өйрәтмәне...

Ошо көндән һуң беҙ яҡын кешеләргә әйләндек. Әнисә апайҙың яҙмышы хаҡында ишеткәс, үҙемдең хәлем сүп кенә кеүек ҡалғандай булды. Йәшләй генә ирен, аҙаҡ бер-бер артлы өс балаһын мәңгегә юғалтҡан ул. “Беләһеңме, һеңлем, иң ауыры – балаларыңды ер ҡуйынына һалыу. Уларҙың үҙеңдән алда баҡыйлыҡҡа күсеүе...” Апайҙың ошо һүҙҙәренән һуң төн буйы уйланып, “Аллаһ Тәғәләгә мең шөкөр, – тип ҡуйҙым. – Балаларымдың һау-сәләмәт, имен булғаны өсөн мең рәхмәт! Ярай, яныма килмәһендәр, быға сәбәптәре лә барҙыр. Әммә имен-һау ғына булһындар, бәхетле йәшәһендәр! Шулай уҡ ирем дә...”

Ошондай уйҙарҙан һуң күпкә тынысландым. Әнисә апай улы килгән һайын мине лә тышта йөрөп килергә ала башланы. Минән өс йәшкә генә өлкән ир баш ҡала янындағы районда йәшәй. Ҡатыны һуңғы йылдарҙағы пандемияла мәңгелеккә китеп барған. Ике ҡыҙҙары төрлө ҡалаларҙа ғаиләләре менән үҙаллы донъя көтә.

– Әсәй, һине дауахананан тура үҙемә алып ҡайтам, – тип кире ҡаҡмаҫлыҡ итеп әйтте бер көн улы. – Донъямды ташлап бер ҡайҙа ла китмәйем тигәнеңде күп тыңланым. Бынан ары ишетмәйәсәкмен дә!

– Ярай һуң, – тип ҡуйҙы Әнисә апай ҡапыл, улын да аптыратып. – Тик, балам, шундай шартым бар: Наиләне лә үҙем менән алам...

Үҙемдең исемемде ишетеп, терт итеп ҡалдым.

– Юҡ-ҡ, Әнисә апай, кәрәкмәй. Нимә һөйләйһегеҙ ул?

– Мин һеҙҙең икегеҙҙең дә бәхетле булыуын теләйем. Күҙҙәрегеҙҙән барыһын да күреп торам бит... Әсә йөрәге яңылышмай ул...

...Бына шулай хәҙер мин баш ҡала янындағы райондарҙың береһендә йәшәп ятам. Янымда – яратҡан ирем, һөйөклө ҡәйнәм. Һәм... ауыр сиремдән ҡотолдом бит!.. Барыһы өсөн дә мең рәхмәт, Аллаһ Тәғәләм!

Ҡәйнәмдең хәле лә һәйбәт. Операциянан һуң табиптарҙың бар әйткәндәрен дә үтәп, тикшерелеүгә даими барып, оло кешене бөтә яҡлап хәстәрләп кенә торабыҙ. Ул беҙҙең бәхетебеҙгә һөйөнөп бөтә алмай.

Иремдең ҡыҙҙары ғаиләләре менән йыш килеп тора. Барыһын да шунда уҡ яраттым, улар ҙа мине яҡын күрҙе. Ә бер көн... үҙемдең өлкән ҡыҙым шылтыратты. Байтаҡ һөйләштек. Йәй күмәкләп килеп китергә рөхсәт һораны. Бына әле уларҙы тулҡынланып көтөп йөрөгән мәлем.

Әйткәндәй, ҡыҙым атаһы тураһында ла бер-ике һүҙ әйтте. Ул күрше ауылдағы магазин тотҡан ҡатынға йәшәргә ингән икән... Эй, Хоҙайым, ул ҡатын минән аҡыллыраҡ булһын, үҙен һаҡлаһын, баһаһын белһен ине!..       

Был ваҡиғаның башын ошо һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-01-08/t-m-kelek-a-sa-bir-le-4531597?utm_campaign=away.vk.com&utm_medium=referral&utm_referrer=away.vk.com&utm_source=away.vk.com

(Д. Ишморатова яҙып алды).

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас