Йәмғиәт
11 Июль , 12:00

"Балағыҙ үлде" тиеүҙәрен һаман ишетәм кеүек...

"Был хәлдән һуң үҙ-үҙемә ҡул һалам тип бөткәйнем. Әммә шул ваҡыт..."

"Балағыҙ үлде" тиеүҙәрен һаман ишетәм кеүек..."Балағыҙ үлде" тиеүҙәрен һаман ишетәм кеүек...
"Балағыҙ үлде" тиеүҙәрен һаман ишетәм кеүек...

Һеҙҙең балаһын юғалтҡан ҡатындарҙы күргәнегеҙ бармы? Уларҙың күҙҙәренән бер ҡасан да һағыш китмәй кеүек. Йылмайһалар, көлһәләр ҙә, һағыш гел бар...

Лилиә сабыйын 2019 йылда юғалта. Бер йәше лә тулмаған ҡыҙының температураһы күтәрелә. Табип саҡыртып, ул ҡушҡанса дауалана башлайҙар. Тик икенсе көн дә юғары температураһы төшмәгәс, “Ашығыс ярҙам” саҡыртып дауаханаға китәләр. Был хәл республика ҡалаларының береһендә була. Дауаханала нимә генә эшләһәләр ҙә, температураны төшөрә алмайҙар. Бәләкәй Сабинаның хәле ауырлаша. Ата-әсә уны баш ҡалаға күсертеүҙе үтенһә лә, был эшләнмәй. Һөҙөмтә ҡот осҡос: бала вафат була.

"Беҙҙе реанимацияға индермәнеләр. Ә бер ни тиклем ваҡыт үткәс, табип та түгел, ә шәфҡәт туташы сығып ҡоро ғына “балағыҙ үлде” тине. Беҙҙең мейегә был һүҙҙәр шунда уҡ барып етмәне. Шаңҡып тик ултырҙыҡ. Аҙаҡ төрлө процедуралар үтәлде, үле кәүҙәне бирҙеләр, ҡыҙыбыҙҙы ерләнек... Мин быларҙың береһен дә хәтерләмәйем тиерлек, барыһы ла томан эсендә кеүек", - ти Лилиә.

Ҡатын был турала әле һаман тыныс ҡына һөйләй алмай. Был аңлашыла ла - мәңге уңалмаҫ яра...

- "Балағыҙ үлде" тиеүҙәре туҡтауһыҙ ҡолаҡ төбөмдә яңғырап торғандай ине. Тәүге осор үҙ-үҙемә ҡул һалам тип бөткәйнем. Ирем алып ҡалды. Ҡыҙыбыҙҙы һуң таптым мин, башҡа балаларыбыҙ юҡ. Беҙ уны Хоҙайҙың рәхмәте тип ҡабул итә инек. Оҙаҡ йылдар көтөп йәшәүебеҙгә бүләк итеп ебәрелгән тип шатландыҡ. Һәм уны юғалтҡас, мин бөтә донъяға, шул иҫәптән Аллаһҡа ла үпкәләнем. Ниндәй гонаһтарым өсөн бындай һынау төштө икән тип уйлап үткән төндәрем артты. Кеше менән аралашмаҫ булдым. Бер аҙ тынысланғас, күңелемде бушлыҡ биләне. Нимәгә барып тотонорға, үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгәндә, аяҡтарым үҙенән-үҙе мәсеткә алып барҙы. Тәүге барғанда тик илап ултырып сыҡтым. Икенсеһендә лә түгелеп иланым, тик нисектер еңелерәк булып ҡалғандай тойолдо. Унда йөрөүем йышайҙы. Минең килеп илап ултырып ҡайтып киткәнемде бер йәш мулла күреп йөрөгән икән. Бер көн килеп мөрәжәғәт итте, хәлемде һорашты. Уға тиклем был хәл тураһында ситтәргә һөйләгәнем юҡ ине, уға асылдым. Барыһын да илай-илай һөйләп бирҙем. Мәсеткә барған һайын уның менән аралаша башланыҡ. Яйлап ҡына һорауҙарыма яуаптар таптым, күңелем бер аҙ тынысланғандай тойолдо. Доғалар өйрәнә башланым, - ти ул.

- Йыуанысҡа икенсе бала табырға уйламайһығыҙмы? ­– тип һорайым унан.

­- Икенсе бала үлгәнен алмаштыра алмаясаҡ. Әле миңә 41 йәш. Эйе, һуңыраҡ та бәпес табалар хәҙер, тик мин тәүгеһен дә ауырлыҡ менән тыуҙырғайным. Күптәр ошо һорауҙы бирә. Әйтерһең, икенсе бала тыуһа, бөтә хәсрәттәр онотола. Юҡтыр шул. Сабинаны бер кем дә алмаштыра алмаясаҡ. Хоҙайҙың ҡөҙрәте менән икенсе сабыйым донъяға килһә лә, ул башҡа булыр тип уйлайым. Йәлләмәгеҙ мине, хәлемде ҡабул иттем, аңланым, үҙемсә кисерәм...

Күҙ йәштәре аша йылмая ул. Тик һағышы ғына бер ҡайҙа ла китмәй...

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас