Йәмғиәт
13 Июль , 13:45

Был хәл ялҡытты!

Проблема хәл ителмәһә, Прокуратураға һәм Тәфтиш комитетына мөрәжәғәт итәм, тине Радий Хәбиров.

Был хәл ялҡытты!Был хәл ялҡытты!
Был хәл ялҡытты!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Р-240 федераль трассаһында яҡтыртыу ҡуйыу буйынса эш темпын ҡырҡа тәнҡитләне. Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә ул кисә кис ошо юл буйлап шәхсән йөрөгәнен һәм бер генә юл бригадаһын да күрмәүен белдерҙе.

— Беҙ бында шау-шыу ҡуптарғанда, әрләшкәндә, яҡтыртыу буйынса ниндәйҙер хәрәкәт башланған ине, — тип билдәләне Хәбиров.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов, эштәр ике этапта алып барыла, тип хәбәр итте. Беренсеһен август айында, икенсеһен сентябрҙә тамамлау планлаштырыла.

Радий Хәбиров беренсе тапҡыр икенсе этап тураһында ишетеүен белдерҙе. Вице-премьер аңлатыуынса, монтаж ваҡытында асыҡланған кабель һәм муфта етешһеҙлектәре арҡаһында икенсе этап кәрәк булған.

– Бөтә эштәрҙең 5 октябрҙә тамамланыуы тураһында доклад көтәм. Юғиһә, прокуратураға мөрәжәғәт итәм, – тине Радий Хәбиров. – Был тарихтан арыным. Башҡарыусыларға шулай тип тапшырығыҙ. Эш тамамланмаһа, 6 октябрҙә прокуратураға һәм Тәфтиш комитетына мөрәжәғәт әҙерләйбеҙ.

Фото: Елена Колоколова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас