Йәмғиәт
13 Июль , 09:00

Тупаҫ табиптар, насар кәйефегеҙҙе "өйҙә ҡалдырығыҙ"!

"Юғиһә баш табиптарҙы эштән ебәрә башлаясаҡмын!" - тине бөгөн Радий Хәбиров. Уның әйтеүенсә... 

Тупаҫ табиптар, насар кәйефегеҙҙе "өйҙә ҡалдырығыҙ"!Тупаҫ табиптар, насар кәйефегеҙҙе "өйҙә ҡалдырығыҙ"!
Тупаҫ табиптар, насар кәйефегеҙҙе "өйҙә ҡалдырығыҙ"!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөнгө Хөкүмәт кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллиндың сығышын тыңлағандан һуң ҡайһы бер табиптарҙы ҡаты тәнҡитләне.

– Йомшағыраҡ итеп әйткәндә, бәғзе медицина хеҙмәткәрҙәренең эшендә йәнһеҙлек тойола. Ҡайһы берҙә иһә улар асыҡтан-асыҡ тупаҫлығын күрһәтә. Айырыуса кеше ваҡытында ярҙам ала алмағанда. Беҙ медицина инфраструктураһына ҙур иғтибар бүләбеҙ. Һәм һаулыҡ һаҡлау берләшмәһе яғынан һөҙөмтәгә иҫәп тотабыҙ. Беләһегеҙме, мин табиптарыбыҙға, шәфҡәт туташтарына ҡарата яҡшы һүҙҙәремде йәлләмәйем, гел әйтеп киләм. Әммә уларҙың ҡайһы берҙәренә бәйле кире факттар, һөйләшкәнсә, тамырынан алып ташланырға тейеш, — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковскаяға был проблемаға айырым иғтибар бүлергә ҡушты. Бынан ары ул һәр дүшәмбе кәңәшмә барышында Айрат Рәхмәтуллиндың докладынан һуң табиптарҙың һәм кесе медицина персоналының эш сифаты тураһында хәбәр итәсәк.

– Әйҙәгеҙ, туранан-тура министрға һорау бирәйек, ә ул муниципалитет башлығына мөрәжәғәт итәсәк. Был мәсьәлә – министрҙың, муниципалитет етәксеһенең һәм урындағы баш табиптың яуаплылығында, – тине Радий Хәбиров. – Әйҙәгеҙ, халыҡҡа ҡарата тупаҫ мөнәсәбәтте туҡтатайыҡ. Аңлайым, бәлки, кәйеф юҡтыр. Тик эшкә килгәндә насар кәйефте өйҙә ҡалдырығыҙ. Кешеләр менән тыныс эшләгеҙ. Юғиһә тура эфирҙа баш табиптарҙы эштән ебәрә башлайым.

Фото: скрин-шот. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас