Йәмғиәт
13 Июль , 19:10

Ейәндәре менән ҡымыҙ бешә уңған өләсәй

Ҡалала үҫһәләр ҙә, ауыл тормошон ярата малайҙар. Фермала улар ҡымыҙ эсеп кенә ултырмай, ә өләсәйҙәренә ярҙам да итәләр.

Ейәндәре менән ҡымыҙ бешә уңған өләсәйЕйәндәре менән ҡымыҙ бешә уңған өләсәй
Ейәндәре менән ҡымыҙ бешә уңған өләсәй

Тәтешле районының Ҡашҡаҡ ауылынан “Крупская” ауыл хужалығы предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең йылҡысылыҡ фермаһында ҡымыҙ яһау оҫтаһы Данира Һаматова тураһында яҡын-тирәлә белмәгән кеше бик һирәктер. Хәҙер инде 14 йыл ул бында бейә һауып, ҡымыҙ эшләү менән шөғөлләнә. Тәүге йылдарҙа бейәләрҙе ҡул менән һауырға тура килә, ул ваҡытта йылҡы малдарының һаны ла күберәк була. Хәҙер эш еңелләшкән, бейәләр машина менән һауыла.

Ҡымыҙ  бешеү аласығының тупһанынан уҡ таҙалыҡ, бөхтәлек күренә. Бар нәмә йыуылған, тап-таҙа. Ҡымыҙ күнәктәре лә ап-аҡ япмалар менән ҡаплап ҡуйылған. Көн аҙағында ҡымыҙ бешкән күнәктәр матурлап йыуылып киптерергә ҡуйыла. Данира апайҙың үҙенең эшен яуаплылыҡ менән һәм яратып башҡарыуы күренеп тора.

-Бөгөн 12 бейәне һауып, ҡымыҙ эшләү минең ҡарамаҡта. Эшемде шул тиклем яратам. Бөтә күңелемде һалып башҡарам. Беҙҙең ҡымыҙға һорау ҙур. Көндөкө көнгә етмәй ҙә ҡала. Бер ай алдан уҡ заказ биреп ҡуялар. Үҙебеҙҙең райондан ғына түгел, Ҡариҙел, Яңауыл, Балтастан да килеп алалар, Ҡазан, Мәскәүгә лә китә беҙҙең шифалы эсемлек. Күптәр дауаланыу өсөн ала, – тип һөйләне Данира апай.

Көн эҫе саҡта, күгәүен күп булғанда һөт кәмей төшә. Күгәүендәр булмағанда, малдар ҙа тыныслана, был ваҡытта көнөнә 20 литр тирәһе һөт һауыла.

Ҡымыҙ эшләү серҙәренә ул үҙ аллы өйрәнә. Китаптар ҙа күп уҡый, конкурстарға барып та тәжрибә туплай. Учалыла уҙғарылған конкурста 46 район араһында уларҙың хужалығы 6-сы урынға сыға.

70 йәштә булһа ла, Данира апайҙың өлгөрлөгөнә таң ҡалырлыҡ. Эргәһендә ярҙамсылары - ейәндәре лә йүгереп йөрөй. Өфөнән, Нефтекаманан каникулға ялға ҡайтҡан Ислам, Тимур, Давид исемле малайҙар ваҡыттарын файҙалы үткәрә. Өләсәйҙәренә ҡымыҙ һауыттарына этикеткалар йәбештерешәләр. Үҙҙәре лә ҡымыҙҙы яратып эсәләр.

 – Ауылда бик оҡшай. Тыныс, рәхәт бында. Өләсәйемә ярҙам итергә лә өлгөрәбеҙ, балыҡҡа барырға ла яратабыҙ, – тине малайҙар.

Ғәҙәттә, ҡаланан ҡайтҡан балаларҙың үҙ-ара русса аралашыуҙарына күнеккәнбеҙ. Был егеттәр туған телдә һөйләшеүҙәре менән һоҡландырҙы. Беҙҙең менән дә улар бик ихлас аралашты.

Өләсәйҙәренә ярҙам итеп, улар ҡымыҙсылыҡ эшенең нескәлектәренә өйрәнеп үҫә.

 

 Автор фотолары.

 

Ейәндәре менән ҡымыҙ бешә уңған өләсәй
Ейәндәре менән ҡымыҙ бешә уңған өләсәй
Ейәндәре менән ҡымыҙ бешә уңған өләсәй
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас