Йәмғиәт
14 Июля , 16:02

Ни өсөн АИ-95 бензинын табып булмай?

Ҡайһы районда проблемалар бар һәм ҡасан хәл тотороҡлана? Был һәм башҡа һорауҙарға брифингта яуап бирҙеләр. 

Ни өсөн АИ-95 бензинын табып булмай?Ни өсөн АИ-95 бензинын табып булмай?
Ни өсөн АИ-95 бензинын табып булмай?

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалында Республикаға идара итеү үҙәге ойошторған тура эфирҙағы брифингта яғыулыҡҡа бәйле һуңғы хәлдәр тикшерелде. Унда республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Олег Тыщенко менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова ҡатнашты.

Спикерҙар кешеләрҙең социаль селтәргә яҙған һорауҙарына ла яуап бирҙе. Мәҫәлән, ҡулланыусылар 11 июлдә Р-240 трассаһында бензин менән проблема тураһында хәбәр итте. Олег Тыщенко һүҙҙәренсә, Стәрлетамаҡта һәм Күмертауҙа хәл ғәҙәти. Ауырғазы районы буйынса һорауҙар бар. Унда дүрт заправканың береһе генә эшләй. Мәләүез районында ла хәл яҡшы түгел.

Министр урынбаҫары аңлатыуынса, муниципалитетта ҙур яғыулыҡ селтәрҙәре булһа, хәл тотороҡло. Әгәр ваҡ селтәрҙәр һәм күп заправкалар булһа, унда ҡайһы бер заправкалар ябыҡ. Олег Тыщенко бәләкәй селтәрҙәр етәкселәренә килешеү эшен әүҙемерәк алып барырға кәрәклеген әйтте.

М-12 трассаһында хәлдәрҙе белеште ҡайҙы берәүҙәр, Олег Тыщенко унда проблемалар юҡ тине.

Ҡулланыусылар АИ-95 бензиныы юҡлығына зарланды. Был яғыулыҡ етештереү үҙенсәлектәре менән бәйле – АИ-92 еңелерәк етештерелә, шуға күрә улар күп. Өфөлә йәшәгән кеше ни өсөн АЗС-тар таблола ниндәй бензин бар, ниндәйе юҡ икәнлеген яҙмай тигән һорау бирҙе. Был кешеләр өсөн ҙур уңайһыҙлыҡ тыуҙыра – сәғәттәр буйы сират тороп, барып етәһең, ә унда һиңә кәрәкле 95-се бензин бөтөнләй булмай сыға.

Министр урынбаҫары был дәғүә менән ризалашты – яғыулыҡ ҡойоу станцияһы таблоһындағы мәғлүмәт көнүҙәк булырға тейеш тине. Быны буйынса “Башнефть” менән эшләйҙәр.

Шулай уҡ кешеләр бер АЗС-та бер нисә генә колонка эшләүенә ялыу итте. Был, баҡһаң, станция эше үҙенсәлеге менән бәйле. Әгәр АЗС-та бөтә колонкалар эшләмәһә, ә, мәҫәлән, икеһе генә икән – улар төрлө резервуарҙарға тоташтырылған була, ул саҡта бер өлөшө ваҡытлыса һүндерелергә мөмкин.

Олег Тыщенко әйтеүенсә, Өфөлә хәлде нормалләштереү ике-өс көн дауамында көтөлә, тәү сиратта — ҙур ҡалаларҙа. Бензин менән проблема булған Мишкә районында һәм Бөрөлә хәл контролдә, тиҙҙән барыһы ла тотороҡлана.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас