

Номинацияның маҡсаты - Рәсәйҙәге мәғрифәтселек эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһаусы әүҙем төбәктәрҙе асыҡлау, дәртләндереү һәм мәғлүмәт менән тәьмин итеү. Һәр ғаризаны кәм тигәндә өс эксперт баһалай. Улар һүрәтләнгән проекттарҙың социаль әһәмиәтен, үҙенсәлеген, масштабын һәм күләмен ҡараясаҡ. Шорт-листҡа өс-биш төбәк инә.
Лауреат почетлы жюри алдындағы эште яҡлау йомғаҡтары һәм халыҡ тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса билдәләнәсәк. Бүләкләү тантанаһы "Белем.Премия" тантанаһында Мәскәүҙә дәүләт етәкселеге һәм төрлө өлкәләрҙең күренекле эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында үтәсәк. Еңеүсе «Йылдың мәғрифәтселек төбәге» статусын һәм премиаль куб-награда аласаҡ. Лауреат булған төбәк тураһында тулы метражлы документаль фильм төшөрөләсәк.
"Белем.Премия" - илдең төп мәғрифәтселек наградаһы, ул 2021 йылда "Белем" йәмғиәте тарафынан педагогтарҙың, лекторҙарҙың, авторҙарҙың, фәнде популярлаштырыусыларҙың һәм башҡа мәғрифәтселәрҙең ҡаҙаныштарын таныу, шулай уҡ төрлө өлкәләрҙәге мәғрифәтселек проекттарын һәм компанияларын билдәләү өсөн булдырыла. Биш миҙгел эсендә проект Рәсәйҙең 89 төбәгенән һәм 79 сит илдән 65 984 ғариза йыя.
Фото: «Белем» йәмғиәтенең төбәк бүлексәһенән.