

Башҡортостан юлдаш каналында республикала яғыулыҡ баҙарындағы хәл буйынса көндәлек брифингтар серияһы дауам итә.
Республикала булдырылған оператив штабтың эше әүҙем дауам итә, ул тәүлек әйләнәһенә заправкаларҙа сираттарҙы һәм уларҙа бензиндың булыуын күҙәтә. Әлеге ваҡытта хәл ниндәй?
Был хаҡта тармаҡтың алдынғы эксперттары Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Олег Тыщенко һәм Өфөнөң йәмәғәт именлеге үҙәге вазифаһын башҡарыусы Андрей Шитов һөйләне.
Бөгөн, кисәге көн менән сағыштырғанда, хәл ниндәй?
Бөгөн хәл яҡшыраҡ, Өфөлә йәмәғәт именлеге үҙәге ярҙам итә, уның хеҙмәткәрҙәре ағымдағы хәлде күҙәтә.
Мониторингты нисек башҡаралар?
Төп бурыс – яғыулыҡты канистрҙарҙа ебәреүҙе күҙәтеү. Сиратта көтөп торған мәлдә үк хеҙмәткәрҙәр водителдәргә банкаларҙыканистрҙар ҡулланырға ярамауын иҫкәртә. Тәүҙә реакция төрлөсә була, әммә хәҙер хәл тотороҡлана.
Йәмәғәт именлеге хеҙмәткәрҙәре, әгәр гражданин канистрға бензин ҡойһа, нимә эшләй?
Мәғлүмәт операторға еткерелә, уға яғыулыҡ биреүҙе туҡтаталар. Әгәр бынан һуң гражданин ризаһыҙлыҡ белдерһә, урынға полиция саҡырыла.
Оператив штаб алынған мәғлүмәт менән нимә эшләй?
Оператив штаб һәр өс сәғәт һайын заправкалар буйынса мәғлүмәтте күҙәтә. Алыҫ райондарҙан мәғлүмәт иртән килә. Ашығыс ярҙам автомобилдәренә яғыулыҡ тултырыу буйынса проблемалар юҡ. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм сүп-сар ташыу буйынса бер нисә һорау бар, әммә улар эшкәртелә. Ҡайһы берҙә дөрөҫ булмаған мәғлүмәт бирәләр, ҡабаттан үлсәүҙәр үткәрергә тура килә. Кисә Өфөлә 30 заправка буйынса хәл ауыр булды. Дөйөм сират 2000 машина була, ә бөгөн – 1300 машина.
Башҡортостанда бензин бармы?
Эйе. Һәр ваҡыт 95-се түгел, йышыраҡ 92-се. Әгәр кисә дөйөм алғанда бензиндың булмауына зарланһалар, бөгөн инде 95-сеһенең булмауы тураһында һөйләйҙәр. Хәҙер иң мөһиме – баҙарҙы туйындырыу, ә быны 92-се бензин ярҙамында эшләү еңелерәк.
Мәләүез районында хәл нисек?
Бында ял итеүселәр күп, уларға бензин кәрәк. Ял көндәрендә генә "Баҡыр" фестиваленә 25000 самаһы кеше киләгән. Ҡайһы берҙә көсөргәнешле мәлдәр була, әммә улар бер-ике сәғәт эсендә хәл ителә. Бензиндың килтерелеүе тураһында халыҡ социаль селтәрҙәрҙән һәм чаттарҙан белә. Мәғлүмәтлелек буйынса һорауҙар тыумай. Ғөмүмән, Мәләүез районы – ҡатмарлы участка, бында ташыу йырағыраҡ. Әгәр Өфөлә бензовоз бер сәғәттә кире әйләнеп ҡайтһа, унда бензовозға кире ҡайтыу өсөн 4-5 сәғәт кәрәк.
Йәмәғәт именлеге үҙәгендә кемдәр эшләй?
Унда төрлө кешеләр эшләй, ҡырҡпроценты – органдарҙа эшләү тәжрибәһе булғандар. Шуға күрә улар конфликтлы хәлдәрҙе хәл итә белә.
Кешеләрҙең канистрҙарға тултырылыуын күрһәң, нимә эшләргә?
Төрлө хәлдәр була, ҡайһы берҙә водителдәр, уларҙы танымаҫ өсөн, хатта номерҙарын да йәшерә. Операторға яғыулыҡ биреүҙе туҡтатыу өсөн хәбәр итергә кәрәк. Әгәр йәмәғәт именлеге үҙәге хеҙмәткәре булһа, уның янына килегеҙ. Өфө буйынса канистрҙарға яғыулыҡ тултырырға маташыуҙар бик әҙ. Көнөнә уртаса ике-өс тапҡыр.
Иглин районында яғыулыҡ ҡойоу өсөн сиратта күпме торорға кәрәк? Ете сәғәт тиҙәр.
Властар мәғлүмәттәре буйынса, Иглиндағы заправкаларҙа яғыулыҡ бар. Районда ауыл советтары биләмәләрендә лә яғыулыҡ бар. Әммә шәхси заправкалар бар, унда етәкселек үҙ йөкләмәләрен үтәмәй. Икенсе төрлө әйткәндә, тиҙерәк яғыулыҡ тултырыу өсөн ҙур селтәрҙәр заправкаһын эҙләргә кәрәк.
Бөрөлә бензин мәсьәләһе ҡасан хәл ителәсәк?
Бөрөлә властар мәсьәләне тикшерҙе лә инде. Яғыулыҡ заправкаларының береһендә ремонт бара, төндә яғыулыҡ буласаҡ, шунан һуң ҡалала дүрт заправканың өсәүһе эшләйәсәк. Бында бөтә һорауҙар ҙа күпселек осраҡта халыҡҡа мәғлүмәт еткеререгә тейешле хакимиәткә ҡағыла. Райондарҙа мәғлүмәт бар, сөнки улар уны көн һайын оперштабҡа ебәрә.
Ҡырмыҫҡалыла кешеләр КПМ-дан алып заправкаға сиратта тора, бында хәлдәр нисек?
Иртәнге сәғәттәрҙә Ҡырмыҫҡалыла яғыулыҡ заправкаларында яғыулыҡ булған. Әммә бында шулай уҡ ташыу менән проблема бар.
Йәмәғәт именлеге хеҙмәткәрҙәре заправкаларҙа сиратты көйләйме?
Эйе, улар был эшкә конфликттарҙы булдырмау өсөн ҡушыла.
Межгорьела "Башнефть" компанияһында ике тәүлек бензин юҡ, ҡасан ул барлыҡҡа килер?
Бензовоз унда инде киткән, кискә бензин буласаҡ.
Халыҡ автобустарға күсеп ултырһа, ташыусыларҙың хәле нисек?
"Башавтотранс" буйынса бер ниндәй ҙә һорауҙар юҡ. Хәҙер газда йөрөгән автобустар күп, был автономия йәһәтенән бик яҡшы һөҙөмтә бирә. Ә ҡалғандары дизель менән эшләй, ул бөтә ерҙә лә бар.
Федераль трассаларҙа бензин бармы?
Ҡазан яғына М-5 һәм М-12 буйынса һорауҙар юҡ. Бөгөн Кушнаренкола – насарыраҡ, ә Дүртөйлө, Илеш, Үрге Йәркәй – унда барыһы ла бар.
"Лукойл"заправкаһы эшләй башланымы?
Эйе. Компания логистик ҡатмарлыҡтарҙы хәл итте, Өфөлә төп заправкалар эшләй. Ҡайһы бер АЗС-тарҙа 60-ҡа яҡын машина бар, әммә сират тиҙ бара.
Салауатта заправкалар эшләйме?
Эйе. Унда инде икенсе ҙур оператор, әммә хәл насарайған. Властар был мәсьәләне тикшерәсәк.
Борайҙа хәлдәр нисек?
Районда билдәле бер ҡатмарлыҡтар бар, бер заправкала 95-се бензин һәм дизель яғыулығы бар, икенсеһендә шулай уҡ. Властар хәлде асыҡлаясаҡ.
Шишмәлә нимә була?
Эйе, унда проблемалар бар. Ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә, яғыулыҡ тултырыу өсөн Өфөгә барырға тура килә. Властар хәлде көйләүҙең киләһе этабында Шишмә менән шөғөлләнергә вәғәҙә итә.
Фото: bash.news