Йәмғиәт
15 Июль , 10:35

Беҙгә көслө мәғлүмәт баҫымы яһала

“Берҙәмлектә – көс!” республика форумы уҙҙы

Беҙгә көслө мәғлүмәт баҫымы яһалаБеҙгә көслө мәғлүмәт баҫымы яһала
Беҙгә көслө мәғлүмәт баҫымы яһала

Өфөлә “Торатау” конгресс-холында “Берҙәмлектә көс!” республика форумы уҙҙы. Сараны Башҡортостан Башлығы Гранттары фонды һәм Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы ярҙамында “Башҡортостан Республикаһы татарҙар конгресы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы үткәрҙе. Ул Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына арналды.

Форумда 250-нән ашыу кеше ҡатнашты – Башҡортостан Хөкүмәте дәүләт власы органдары, милли-мәҙәни үҙәктәр, дини ойошмалар, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды, республика муниципаль берәмектәре вәкилдәре, махсус хәрби операция яугирҙәре.

Рәсәй йәмәғәтселеген тарҡатыуға йүнәлтелгән ситтән килгән мәғлүмәт баҫымы шарттарында властың халыҡ менән асыҡтан-асыҡ аралашыуы, шулай уҡ граждандар йәмәғәт институттарының берләшеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Ошо хаҡта Рәсәй Президенты В.В. Путин һәм Башҡортостан Башлығы Р.Ф. Хәбиров сығыштарында даими билдәләп үтә. Был форум да милләт-ара татыулыҡты, власть органдарына ышанысты нығытыу һәм илебеҙҙе тарҡатыуға йүнәлтелгән мәғлүмәт йоғонтоһона ҡаршы тороу буйынса берҙәм алымдар әҙерләү маҡсатын тәүге урынға ҡуйҙы.

Сараны “Башҡортостан Республикаһы татарҙар конгресы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Заһир Хәкимов алып барҙы.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Данияр Абдрахманов Башҡортостан Башлығының сарала ҡатнашыусыларға тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе. Шулай уҡ пленар ултырыш эшендә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитеты рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Башҡортостан митрополияһы башлығы, Рус православие сиркәүенең Өфө епархияһы идарасыһы, Өфө һәм Башҡортостан митрополиты Филарет, Башҡортостандың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге ведомство-ара советы секретары Валерий Олейник, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, “Башҡортостан рустары соборы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Валентин Павлов, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының төбәк бүлексәһе етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һәм башҡа спикерҙар сығыш яһаны.

Форумдың пленар ултырышында эксперттар 2036 йылға тиклем Дәүләт милли сәйәсәте стратегияһын тормошҡа ашырғанда милли-мәҙәни берләшмәләрҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлеген, экстремизмға һәм терроризмға ҡаршы тороуҙы, шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен реабилитациялау һәм уларға ярҙам итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.

– Беҙгә көслө мәғлүмәт баҫымы яһала – дошмандар илебеҙҙең күп милләтлелегенән файҙаланырға һәм ҡапма-ҡаршылыҡтар тыуҙырырға тырыша. Әммә улар беҙҙе йөҙләгән йыллыҡ уртаҡ тарихыбыҙ һәм бергә үткән һынауҙар берләштергәнен, төрлө милләт вәкилдәренең Тыуған илебеҙ өсөн һуғыштарҙа үҙҙәрен ҡорбан иткәнен һәм әле лә йәндәрен аямағанын онота. Был хәтеребеҙҙә, – тип билдәләне Рәсәй Геройы Денис Чернавин.

Тантана барышында мәҙәни мираҫты һаҡлауға, телдәрҙең төрлөлөгөнә булышлыҡ итеүгә һәм республика халыҡтарының берҙәмлеген нығытыуға йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыусы әүҙемселәр бүләкләнде.

“Ватанды һаҡлаусылар” фонды республиканың йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Форум аҙағында ҡатнашыусылар “Башҡортостан халыҡтарына мөрәжәғәт” ҡабул итте. Сарала ҡатнашыусылар унда бөтә яҡташтарында дәүләт дошмандарының провокацияларына бирешмәҫкә, күп быуатлыҡ дуҫлыҡты иҫтә тоторға һәм бергәләп илебеҙ менән республикабыҙҙың берҙәмлеген нығытырға саҡыра.

ФЕКЕР

Заһир ХӘКИМОВ, “Башҡортостан Республикаһы татарҙар конгресы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:

– Күп милләтле булыуыбыҙ – беҙҙең көсөбөҙ. Бөгөн республикала төрлө милләт вәкилдәре татыу ғаилә булараҡ йәшәйбеҙ, бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөйбөҙ, туған телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлайбыҙ.

Был форумды беҙ Башҡортостан Башлығы Гранты фонды иҫәбенә үткәрәбеҙ. Уның төп маҡсаты – беҙҙең берҙәмлекте күрһәтеү. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илебеҙгә, Башҡортостанға ҡаршы сит илдәрҙән мәғлүмәт һөжүме бара. Беҙҙең халыҡтарҙы бер-береһенә, кешеләрҙе дәүләт органдарына ҡаршы ҡуйырға тырышалар. Әммә тарих шуны күрһәтә: ауырлыҡтар булған һайын беҙҙең халыҡ берләшә бара. Әлеге ваҡытта ла беҙ, тупланып, татыу ғаилә булараҡ йәшәйбеҙ.

Беҙҙең Башҡортостан Республикаһының Татарҙар конгресы ла, урындағы ойошмалары ла “Еңеү өсөн!” тигән девиз менән эшләй. Бүлексәләр гуманитар ылауҙар туплай, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итә. Бөгөн дә ошо берҙәмлекте, эште көсәйтер өсөн Генерал Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды менән килешеүҙәр төҙөнөк.

Фото: Рәмилә МУСИНА, gsrb.ru.  

Беҙгә көслө мәғлүмәт баҫымы яһала
Беҙгә көслө мәғлүмәт баҫымы яһала
Беҙгә көслө мәғлүмәт баҫымы яһала
Беҙгә көслө мәғлүмәт баҫымы яһала
Беҙгә көслө мәғлүмәт баҫымы яһала
Беҙгә көслө мәғлүмәт баҫымы яһала
Беҙгә көслө мәғлүмәт баҫымы яһала
Беҙгә көслө мәғлүмәт баҫымы яһала
Беҙгә көслө мәғлүмәт баҫымы яһала
Беҙгә көслө мәғлүмәт баҫымы яһала
Беҙгә көслө мәғлүмәт баҫымы яһала
Беҙгә көслө мәғлүмәт баҫымы яһала
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас