Йәмғиәт
15 Июль , 12:45

Өфөнән Сухумға тағы бер рейс асыла

Башҡортостан –Абхазия араһы нығый.

Өфөнән Сухумға тағы бер рейс асылаӨфөнән Сухумға тағы бер рейс асыла
Өфөнән Сухумға тағы бер рейс асыла

16 июлдә Nordwind Airlines Өфөнән Сухумға тура рейстар ойоштора. Иртәгә авиакомпанияның осоу программаһының “Өфө-Сухум” маршруты  тура даими осоштар менән тулыланасаҡ.

Бының өсөн Boeing-737-800 уңайлы һауа судноһы ҡаралған, ул 189 пассажирға тәғәйенләнгән. Юлға 3 сәғәт ярым ваҡыт китә. Өфөнән Сухумға тәүге рейс 100 процентҡа  тулған.

 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл май айында Сухумға осоу программаһын “Руслайн” да асып ебәрҙе. Уларҙың рейстары һәр кесаҙна һайын.

Тура авиабәйләнеште асыу башланғысын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим итте. Был турала ул Абхазия Президенты менән осрашыу барышында әйтте. Башҡортостан өсөн Абхазияның ышаныслы партнер булыуы тураһында ла белдерҙе. Тура рейс иһә туризм һәм эшлекле бәйләнештәргә этәргес бирәсәк.

Яҡтар туризм йүнәлешендә генә түгел, сауҙа-иҡтисади, гуманитар тармаҡта ла хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй. Бынан тыш, республика властары пенсионерҙар өсөн “Башҡортостан - Абхазия оҙон ғүмерлелеге” тигән социаль туризм программаһын финанслау тураһында ла ҡарар ҡабул итте.

 

 Фото: Станислав Шахов.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас