

Телевидение журналисы Илдар Байбулатов кисә социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыҙыҡлы яҙма ҡалдырған.
"Яғыулыҡ менән бәйле ҡатмарлыҡтарҙы иҫәпкә алып, бөгөн эшкә велосипедта килдем! Тәүҙә тик ыңғай яҡтарын ғына күрҙем: физик күнекмә, бензин кәрәкмәй, тығындар юҡ, туҡталҡала урын эҙләп тә баш ватаһы түгел. Әммә барыһы ла мин уйлағанса түгел икән. Иң беренсе - тир бүленеп сығыуы, икенсеһе -һауа торошоноң боҙолоуы, өсөнсөһө инде - иң мөһиме - Рәмзиә Рафаэль ҡыҙының минең менән йөрөй алмауы. Ҡайтҡанда ямғыр ғына яуып ҡуймаһын..." - тигән ул.
Комментарийҙар шаярыу-ҡатыш.
"Велосипед артынан йүгереп барам инде", - тигән ҡатыны, тележурналист, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова-Байбулатова.
"Йәш саҡтағы кеүек Рәмзиәне рамға ултыртып ал, йәшлегегеҙ иҫкә төшөр" тиеүҙәренә Илдар: "Рамы ла, багажнигы ла юҡ шул хәҙерге велосипедтарҙың", - тип яуап биргән.
"Тиҙ арала Рәмзиәгә велосипед бүләк итегеҙ, бик яҡшы булыр, барыһы өсөн үрнәк, файҙаһы күберәк" тигәндәре лә, бер нисә пункттан торған план-кәңәштәр ҙә бар:
"Илдарҙың башланғысын хуплап, тәҡдимдәр: 1.Телевидение етәкселегенә велосипедта эшкэ йөрөүселәргә шарттар тыуҙырыу (велотуҡталҡа, душ, төштән һуң йоҡлап алыу) 2. Рәмзиәгә лә велосипед алып биреү - артта ҡалмаһын өсөн электр велосипеды. 3. Был миҫалды бөтә ТВ-ға киң йәйелдереү. 4. "Сәпиттә интервью" тапшырыуын булдырыу. Һөҙөмтәлә бөтәһенә лә файҙа: ТВ хеҙмәткәрҙәренең һаулығы ныҡ, үҙҙәре матур, ә беҙгә - бензин!"
Шаярыу шаярыу менән, был проблема ваҡытлыса ғына күренеш булһын инде. Хәҙерге заманда машинаһыҙ ике ҡулһыҙһың: эш-йомош буйынса көн-төн сабаһың. Еңел автомобилгә байлыҡ билдәһе тип ҡарау мәле үтте, ул көн дә бик-бик кәрәк.
Фото: И. Байбулатовтың шәхси архивынан.