Йәмғиәт
15 Июль , 07:00

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүгә документтар ҡабул ителә

Конкурста журналистар һәм авторҙар коллективы ҡатнаша ала. 2025 йылдың сентябренән 2026 йылдың авгусына тиклем баҫылған материалдар ҡабул ителә.

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүгә документтар ҡабул ителәШәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүгә документтар ҡабул ителә
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүгә документтар ҡабул ителә

Эштәрҙә замандаштар образдары, милли мәҙәниәттәрҙең байлығы һәм халыҡтар дуҫлығы, йәмғиәттә граждандар тыныслығы һәм татыулыҡ, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре яҡтыртылырға тейеш.

Ғаризаны 1 сентябргә тиклем ике адрес буйынса тапшырырға мөмкин:

- 450000, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, 420-се каб. Телефондар: (347) 218-07-73; (347) 218-16-88;

450079, Өфө, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы, 111-се офис (Матбуғат йорто бинаһының беренсе ҡатында). Телефоны (факс): (347) 276-42-66.

Тулыраҡ мәғлүмәт - Матбуғат агентлығы сайтындағы Положениела.

 

Фото: СЖ РБ.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас