

Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә үткән брифингта бөгөн дә Башҡортостандың яғыулыҡ баҙарындағы көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде, төбәктең юлдарындағы һәм яғыулыҡ ҡойоу станцияларындағы хәлдәргә байҡау яһалды. Республика оператив штабының эше лә дауам итә, ул тәүлек әйләнәһенә заправкаларҙағы сиратты күҙәтә.
Бөгөн тура эфирҙа республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар буйынса министры урынбаҫары Олег Тыщенко, “Башавтотранс” компанияһының генераль директоры Надир Сәмиев ҡатнашты.
Бөгөн 15 сәғәткә республикала яғыулыҡ йәһәтенән хәлдәрҙең нисек булыуына иң элек Олег Тыщенко асыҡлыҡ индерҙе.
- Дөйөм алғанда, Өфөлә хәлдәр яҡшырҙы, сираттар кәмене. Беҙгә хәҙер иғтибарҙы райондарға ла йүнәлтергә кәрәк, унда хәл итә торған мәсьәләләр етерлек, - тине ул.
“Башавтотранс” предприятиеһының автобустарынан файҙаланыусылар ҙа аҙ түгел. Был йәһәттән улар ауырлыҡ тоймаймы?
Был хаҡта Надир Сәмиев һөйләне. Ул конкурс нигеҙендә Рәсәйҙең ҙур поставкалаусылары менән килешеүҙәр төҙөлөүе, хәлдең насар булмауы тураһында әйтте.
- Берлектә был проблеманың барлыҡ нескәлектәрен өйрәндек. Килешеүҙә яҙылған күләм, тәүлек нормалары һаҡлана, - тине ул.
Тура эфирҙа ҡатнашыусылар халыҡтың һорауҙарына ла яуап бирҙе. Иглин районынан яҡташыбыҙ яғыулыҡтың ҡасан системалы рәүештә булыры менән ҡыҙыҡһынды.
Был һорауға ла министр урынбаҫары яуап бирҙе. Был көндәрҙә Өфөлә көсөргәнеште кәметеүҙәре, артабан райондарға иғтибар бүленәсәге тураһында белдерҙе. Барыһы ла ыңғай булған саҡта, бер нисә көндә системалы рәүештә тәьмин итеү яйға һалынасағы тураһында әйтте.
Иглин районында хәлдәрҙе тулыраҡ асыҡлау маҡсатында тура бәйләнешкә Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова сыҡты. Ул Иглинға ингән урында , “Лукойл” һәм “Башнефть” заправкалау станциялары урынлашҡан урындан райондағы хәлдәрҙе һөйләне.
- Иглин районы биләмәһендә 30 заправкалау станцияһы булһа, уларҙың 5-һе “Лукойл”дыҡы, 7-һе “Башнефть”теке, 17-һе шәхси заправка станциялары. Күпселек шәхси заправкалар ябыҡ. Иглин районы Өфө менән сиктәш булғас, баш ҡалаға эшкә йөрөүселәр һанының да күп булыуын билдәләргә кәрәк, улар 20 меңгә етә. Быны ла күҙ уңында тотабыҙ. Яғыулыҡ менән тәьмин итеү торошон асыҡлау маҡсатында мониторинг алып барыла. Ике көн Аҡбирҙеләге заправкалау станцияһында хәл ҡатмарлы ине, әле яҡшыраҡ. Станция эшләй, сират кәмегән, 92-се һәм 95-се төр бензин бар, - тип һөйләне.
Иглиндағы хәлдәрҙе артабан да яҡшыртыу йүнәлешендә эшләү маҡсаты ҡуйылды тура эфирҙа.
Халыҡтан һорауҙар байтаҡ ағылды. Уларҙың барыһы ла иғтибарға алынасаҡ.
Фото: bash.news