Йәмғиәт
16 Июль , 08:00

"Ирем таяҡҡа таянып барып, үҙе атлап сығып китте..."

Беҙҙең күрше районда бер оло ғына ағай сыҡҡан быуындарҙы ултырта, һөйәктәрҙе урынына индерә тип һөйләгәндәрен ишеткән ҡатыны. Операцияға бер көн ҡалды тигәндә, ирен көсләп-өгөтләп такси менән алып барған. Ире “шарлатанға алып бараһың” тип юл буйына һөйләнеп барған, тик ҡатын ныҡ торған, иргә күнеүҙән башҡа сара ҡалмаған... 

"Ирем таяҡҡа таянып барып, үҙе атлап сығып китте...""Ирем таяҡҡа таянып барып, үҙе атлап сығып китте..."
"Ирем таяҡҡа таянып барып, үҙе атлап сығып китте..."

Беҙҙең кеүектәргә барыһы ла аптырағандан шылтырата. Эш унда тормай. Кемгә нимә ярҙам итерен белмәйбеҙ. Кемгәлер миллиондар түгеп барған сит ил клиникаһы ла ярҙам итә алмауы мөмкин, ә кемгәлер ауылда йәшәп ятҡан бер инәйҙең өшкөрөп, баштан һыйпап, уҡыған доғаһы булышыуы ихтимал. Беребеҙҙең да өмөтһөҙлөккә бирелергә хаҡы юҡ, эҙләнергә, дөрөҫ юл табырға кәрәк.

Бер тарих яҙып үтәм. Валентина тигән апай һөйләгән ине. Ире яңылыш баҫып, тубығын ауырттырған. Бик оҙаҡ интегеп йөрөгән, уколдар, дарыуҙар, иң ахырында инде – операция тәғәйенләгәндәр. Таяҡҡа таянып йөрөй башланған. Беҙҙең күрше районда бер оло ғына ағай сыҡҡан быуындарҙы ултырта, һөйәктәрҙе урынына индерә тип һөйләгәндәрен ишеткән ҡатыны. Операцияға бер көн ҡалды тигәндә, ирен көсләп-өгөтләп такси менән алып барған. Ире “шарлатанға алып бараһың” тип юл буйына һөйләнеп барған, тик ҡатын ныҡ торған, иргә күнеүҙән башҡа сара ҡалмаған.

Мәсеткә намаҙға киткән ағайҙы көтөп алғандар, ул ҡайтҡан. Тубыҡты тотоп ҡараған да, Валентинаның ире абайлап өлгөргәнсе, бәләкәй генә сүкеш менән тубығының бер һөйәгенә кинәт кенә һуҡҡан. Бер һөйәгенең күсеүен, шуның нервыны, мускулдарҙы ныҡ ҡыҫыуын, елһенеү арҡаһында быуындарҙың ныҡ һыҙлауын әйткән. Һөйәк урынына ултырған, нервы, мускул, ҡан тамырҙары тотҡонлоҡтан азат ителгән. Шунан торорға ҡушҡан, Валентинаның ире таяғына үрелгән, тик ағай таяҡтың кәрәк булмауын әйткән. “Бар, атла!” – тигән. Валентинаның ире ышанмайынса бер аҙым баҫҡан, икенсеһен. Шулай итеп, таяғын ҡулға тотоп, таяҡһыҙ атлап сығып ҡайтып киткән.

“Юл буйы өндәшмәне. Нимә тураһында уйлағандыр, белмәйем, әммә мине, шарлатандарҙы әрләмәне,”– тип һөйләне Валентина.

Бына шулай, Аллаһ Тәғәләнең кемгә кемдең сихәтен биререн белмәйбеҙ. Табип, үлән, йылы һүҙ, бағымсы, доға... – барыһы ла уның ҡөҙрәте.

 

Авторы – Зәүхиә Ҡәҙербәкова-Низамиева.

Фото: Люция Дистанова (“Буздякские новости” гәзите).

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас