Йәмғиәт
16 Июль , 14:45

Яһалма зиһен тормош сифатын яҡшыртасаҡ

"Әле тормошобоҙҙо компьютерһыҙ, онлайн банктарһыҙ, “Дәүләт хеҙмәте” порталынан тыш күҙ алдына килтерә алмаған кеүек, киләсәктә яһалма зиһен дә йәшәйешебеҙҙең, иҡтисадтың ғәҙәти өлөшөнә әйләнәсәк".

Яһалма зиһен тормош сифатын яҡшыртасаҡЯһалма зиһен тормош сифатын яҡшыртасаҡ
Яһалма зиһен тормош сифатын яҡшыртасаҡ

Эштә иҫке алымдарҙан азат була алмау иңгә һалынған кәрәкһеҙ йөк кеүек. Ул кешене алға ебәрмәй, хатта “батыра”. Шуға ла яңы хеҙмәт алымдарын, технологияларҙы хәүефләнеп, ҡурҡып түгел, ә ғәмәли йәһәттән файҙаһын аңлап ҡабул итергә, өйрәнергә ынтылырға кәрәк, ти белгестәр.

Республикала барлыҡ тармаҡтар бөгөн шул бурысты алға ҡуя. Маҡсат – эшмәкәрлектең күп өлөшө ҡул көсөнән торған хеҙмәтсәндәрҙең көнкүрешен еңеләйтеү, улар өсөн уңайлы шарттар булдырыу, иҫке алымдар сәбәпле бер урында тапаныуҙан, ваҡытты исраф итеүҙән арынып, һөҙөмтәлелеккә, аныҡ сифатҡа ынтылыу. Ошоно күҙ уңында тотоп, Башҡортостан етәкселеге яһалма зиһенде, һанлы технологияларҙы әүҙем үҫтереүгә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә, ошо эш менән шөғөлләнгәндәрҙең башланғыстарын хуплап, күтәреп ала. Яңы алымдар тормоштоң төрлө тармаҡтарына, иҡтисадҡа заманса һулыш бирә. Быны ауыл хужалығы үҫешенә ҡарап та раҫларға мөмкин. 

Төбәк агросәнәғәт комплексында әле алты мең берәмек техника навигация системаһы менән йыһазландырылған. 30-ҙан ашыу дрон баҫыуҙарҙы тикшереүҙә, эшкәртеүҙә ярҙам итә. Уларҙың иҫәбен 2030 йылға тиклем 150–200-гә еткереү ҡаралған. Автоматлаштырылған мелиоратив системалар һәм метеостанциялар баҫыуҙарҙы һуғарыуға теүәл идара итеү, эштәрҙе планлаштырыу мөмкинлеген бирә. Малсылыҡта роботлаштырылған 37 система ҡулланыла.

Рәсәйҙең ауыл хужалығы тармағында иң ҙурҙарҙың береһе булған предприятиела – Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге һөт-тауар комплексында – яһалма зиһен әүҙем ҡулланыла. Шуныһы айырыуса мөһим: был яңы системаны үҙебеҙҙең Өфөләге мәғлүмәт технологияһы компанияһы эшләгән. Ауыл хужалығы предприятиеһы етәкселеге белдереүенсә, яһалма зиһен ҡулланылған заманса технология ферма биләмәһен, мал торған урындарҙы тотошлай контролдә тотоу, һыйырҙарҙың тәртибен, әүҙемлеген анализлау, һаулығын даими күҙәтеү, сатанлау осраҡтарын асыҡлау, һауыу ҡорамалдарына мониторинг, малдың иҫәбен алып барыу, идентификациялау һәм башҡа функцияларҙы теүәл үтәй. “Төшөрөлгән видеолар шунда уҡ эшкәртелә, хәл-торошто асыҡлау, таныу 99 процент үтәлә. Һөҙөмтә беҙҙе тулыһынса ҡәнәғәтләндерә”, – ти Калинин исемендәге һөт-тауар комплексы етәкселеге.

Яһалма зиһенде, һанлы технологияларҙы үҫтереү өсөн нимә эшләргә? Тәү сиратта яңы эш алымынан ҡурҡмаҫҡа кәрәк.

– Яңы быуат башында барыбыҙ ҙа “төймәле” телефондарҙы ҡуллана торғайныҡ. Аҙаҡ улар урынына смартфондар килде. Хәҙер инде уларһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Тиҙҙән яһалма зиһен менән дә шул уҡ хәл буласаҡ. Эш алымдары яңыра, һөҙөмтәлә тормош сифаты яҡшыра, – ти “Асыҡ төбәк” йәмғиәте генераль директоры Марат Рәхимҡолов. – Иң мөһиме – заман технологияларын үҙ ихтыяждарың, аныҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн дөрөҫ файҙаланырға өйрәнергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта властың эшкә йүнәлеш биреүе мөһим. Был дәүләт идаралығына ла, бизнесҡа ла ҡағыла. Эшмәкәрлегенә заман технологияларын индергән предприятиеларға ярҙам маҡсатында программалар булдырыу кәрәк. Шул ваҡытта инновацияларға аныҡ ихтыяж барлыҡҡа киләсәк. Ғөмүмән, беҙ әле тормошобоҙҙо компьютерһыҙ, онлайн банктарһыҙ, “Дәүләт хеҙмәте” порталынан тыш күҙ алдына килтерә алмаған кеүек, киләсәктә яһалма зиһен дә йәшәйешебеҙҙең, иҡтисадтың ғәҙәти өлөшөнә әйләнәсәк.

Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ:

– Дәүләт власы иҡтисадҡа, етештереү өлкәһенә, мәғарифҡа һәм башҡа тармаҡтарға яңы технологиялар индереүгә этәргес көс бирергә тейеш. Яһалма зиһен бөтә белгестәргә ваҡытын экономиялау, эштең сифатын күтәреү мөмкинлеген аса, шулай уҡ бюрократиянан, иҫке алымдарҙан азат итеп, хеҙмәтләндереү барышын тиҙләтә.

– Яһалма зиһенде беҙҙә күптәр Голливудтың “Терминатор” фильмына бәйле ҡабул итә. “Ул яҡшымы, яманмы?” тигән фекер алышыуҙар һаман да бара. Шуға ла йәмғиәттә яһалма зиһенгә ышаныстың тулы экосистемаһын булдырырға кәрәк. Халыҡ яңы технологияларҙан ҡурҡырға түгел, ә уларҙың асылын һәм, иң мөһиме, ғәмәли йәһәттән файҙаһын аңларға тейеш.

Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас