

Республикала граждандарҙан биләмәләрҙе үҫтереү өҫтөнлөктәренә һәм көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҡағылышлы тәҡдимдәр йыйыу дауам итә. Әлегә мәғлүмәттәр буйынса, 54 меңдән ашыу яҙма мөрәжәғәт ҡабул ителгән.
Тәҡдимдәр йыйыу “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк йәмәғәт ҡабул итеү майҙансығында, яңы Халыҡ программаһын булдырыуға ярашлы алып барыла. Граждандар йәшәйештең төрлө тармаҡтары – урамдарҙы төҙөкләндереү, юлдарҙы ремонтлауҙан алып ғаиләләргә ярҙам, мәғарифты, медицинаны үҫтереүгә тиклем – буйынса үҙ теләктәрен ебәрә. Һәр мөрәжәғәт, программаның өҫтөнлөктәрен билдәләүҙе күҙ уңында тотоп, артабанғы иҫәп өсөн системаға һалына.
Халыҡҡа уңайлы булһын тип, махсус сайт (естьрезультат.рф) асылған, уға инеп, сарала онлайн тәртиптә ҡатнашырға мөмкин. Билдәләүҙәренсә, программаны булдырыуға МХО яугирҙәре һәм уларҙың ғаилә ағзалары әүҙем ҡушылған, төбәкте үҫтереүгә йүнәлтелгән аныҡ ҡарарҙар тәҡдим иткән.
“Был халыҡ менән йәнле диалог. Нәҡ улар ниндәй проблемаларҙы тәү сиратта хәл итеү кәрәклеген белә. 54 меңдән ашыу мөрәжәғәт – граждандарҙың йәмәғәт эштәренә йәлеп ителгәнлегенең етди күрһәткесе”, – ти төбәк йәмәғәт ҡабул итеү етәксеһе Эльвира Айытҡолова.
Фото: партияның төбәк башҡарма комитетынан.