

Рәсәй Йәмәғәт палаталары советы президиумының күсмә ултырышына ярашлы, Шишмә районындағы «Турахан» Евразия күсмә цивилизациялар музейында «Йәмәғәт палаталары өсөн 100 идея» интенсивы уҙҙы. Сараны ойоштороусылар булып Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы һәм Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы сығыш яһаны.
Сарала ҡатнашыусылар йәмәғәт контроле, ирекмәнлек, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән эшләү һәм һанлаштырыу өлкәләрендә тәҡдимдәр индерҙе. Интенсивты әҙерләүсе, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Гөлшат Әхмәҙиева билдәләүенсә, көслө идея – ул лозунг түгел, ә тормошҡа ашыра башларға мөмкин булған аңлайышлы тәҡдим. Башланғыстар электрон йыйынтыҡҡа индерелә.
БР Йәмәғәт палатаһының Мәғариф буйынса комиссияһы рәйесе Марина Таран билдәләүенсә, бөгөн йәмәғәтселәрҙең тәҡдимдәре бик йыш үтәлмәй ҡала. «Беҙгә тәҡдимдәребеҙҙе тулыһынса үтәүгә булышлыҡ итәсәк норматив хоҡуҡи акт кәрәк, – тип белдерҙе Марина Таран. – Был властарға йәмғиәт асыҡлаған ысын проблемаларҙы күрергә һәм уларҙы хәл итергә мөмкинлек бирәсәк».
Шулай уҡ Йәмәғәт палатаһы, халыҡ һәм хакимиәт араһында йылына биш социаль проектты тормошҡа ашырыуға килешеү төҙөү мөмкинлеге биргән сервис тәҡдим ителгән. Эштәрҙең барышы сайтҡа эленә, халыҡ баһалар ҡуя, ә бер йылдан һуң юл картаһы һәм һөҙөмтә сағыштырыла.
Өлкән йәштәге ирекмәндәргә «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша «пенсия балдары»н иҫәпләргә тигән тәҡдимде лә күптәр хуплап ҡабул иткән.
«Йәмәғәт палаталары өсөн 100 идея» интенсивының эшенә күптәр юғары баһа биргән. Сара һуңында ҡатнашыусыларға милли үҙенсәлекле мәҙәни программа тәҡдим ителгән.
Фото: БР Йәмәғәт палатаһы.