Йәмғиәт
17 Июль , 01:50

Ун бала – ун бәхет!

Ул балаларҙың йылмайып һаулыҡ һорашыуы! Рамаҙандың матур итеп аҙан ҡысҡырыуы, ҡыҙҙарҙың егәрлелеге... 

Ун бала – ун бәхет!Ун бала – ун бәхет!
Ун бала – ун бәхет!

Нурия, Нурания, Вәсилә, Диниә, Рамаҙан, Ғәлиә, Ғәйшә, Асия, Әминә, Мәликә – был матур исемдәр Динә һәм Рөстәм Иҙрисовтарҙың татыу ғаиләһендә буй еткергән балаларҙыҡы.

Белорет районы Асы ауылында йәшәгән Иҙрисовтар яңыраҡ унынсы сабыйҙарын – Мәликәне ҡулдарына алған. Хәҙер ишле ғаиләлә туғыҙ ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләнә.

Иҙрисовтарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһе күптәргә өлгө булып, ауылдаштарын һоҡландырып йәшәй.

“Ауылыбыҙҙың иң матур ғаиләһенең береһе. Ул балаларҙың йылмайып һаулыҡ һорашыуы! Рамаҙандын матур итеп аҙан ҡысҡырыуына, ҡыҙҙарҙың егәрлелегенә һоҡланам”, - тип яҙҙы улар тураһында ауылдаштары Зәлиә Баҡыева.

Сығанаҡ: "Урал"  гәзите (https://ural-rb.ru)

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас