

Яҡындарыбыҙ был донъянан киткәс, уларҙы яҡты хәтирәләр менән иҫкә алабыҙ. Төшөбөҙгә керһәләр, “доға көтә” тип Ҡөрьән уҡытырға, хәйер бирергә тырышабыҙ. Бәғзе бер мәлдә улар беҙҙе нимәнәндер һаҡларға теләгән һымаҡ.
Күптән түгел таныш ҡатын үҙе менән булған бер ваҡиғаны һөйләне:
– Бер төн мәрхүмә әсәйем төшөмә инде. Беҙҙең йортта йөрөп ята. Уны күргәс, “Нимә эшләйһең, әсәй?” тип һораным. Яуабы ҡыҫҡа булды: “Һыйырығыҙҙы ҡарап керҙем. Елене тығыҙланған бит”. Төш шул урында өҙөлдө. Был декабрь айы ине. Ғинуарҙа һыйыр быҙауларға тейеш, шуға кергәндер, тинем дә, төшөмә артыҡ иғтибар бирмәнем.
Тап шул көндәрҙә ҡаты һалҡындар торҙо. Малды ҡараңғы төшкәнсе ашатып ябабыҙ, иртәнсәк һуң ғына асып ҡарайбыҙ. Ул көн һыуыҡ булғас, өҫтәп ашарға һалайым тип, ирем мал ҡураһына инһә, һыйырҙың быҙаулағанын күрә. Тиҙ арала кәрәк ярҙамды ла хәстәрләй. Һыйырҙы быҙауы менән йылыраҡ бүлмәгә күсерә.
Шул ваҡытта әсәйемдең төшөмә инеп, “һыйырығыҙ тиҙҙән быҙаулай, ҡараштырып тороғоҙ” тип әйтергә теләгәнен аңланым. Нисек кенә булмаһын, баҡыйлыҡтағылар менән бәйләнеш барҙыр ул...
Автор фотоһы.