

Рәсәй Йәмәғәт палаталары советы президиумының Башҡортостанда үткән күсмә ултырышы сиктәрендә илдең туғыҙ төбәгенән йәмәғәтселәр Башҡортостандың граждандар башланғыстарына ярҙам итеү буйынса тәжрибәһе менән танышты. Улар “Торатау” геопаркында булды, унда геопарктың биләмәне социаль-иҡтисади үҫтереү ҡоралы булараҡ эшләү тәжрибәһен өйрәнде. Шулай уҡ ҡатнашыусылар Стәрлетамаҡта традицион һөнәрҙәрҙе һаҡлау һәм креатив индустрияларҙы үҫтереү өлкәһендәге бәләкәй эшҡыуарлыҡ объекттарын ҡараны.
Илдең төрлө төбәктәренән килгән йәмәғәтселәр делегацияһы өсөн ҡаланың тарихи үҙәге буйлап экскурсия үткәрелде. Ижтимағи башланғыстарға арналған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар власть менән йәмәғәтселәрҙең үҙ-ара килешеп эш итеүен тикшерҙе, тәжрибә уртаҡлашты.
Тәбрикләү һүҙе менән Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов сығыш яһаны, ул власть менән йәмәғәтселектең үҙ-ара системалы эш итеүенең мөһимлеген билдәләне:
– Йәмәғәтселәрҙең эше хөрмәт уята. Активистарҙы хупларға ғына түгел, ә уларҙың үҫеше өсөн шарттар булдырырға тейешбеҙ, тип иҫәпләйбеҙ. Көслө граждандар йәмғиәте – ул стратегик ҡарарҙар ҡабул иткәндә беҙҙең төп партнерыбыҙ. Бындай йүнәлештә сифатлы эш алып барыла. Власть менән йәмғиәт араһында ышаныс булғанда халыҡ һиҙгән реаль һөҙөмтәләр барлыҡҡа килә. Стәрлетамаҡтың күп кенә уңышлы проекттары – “Купец 2.0“, “Күперҙәр төҙөйбөҙ” инклюзив фестивале һәм башҡалар йәмәғәтселәрҙең башланғыстарына ярашлы барлыҡҡа килде, – тип билдәләне Эмиль Шәймәрҙәнов.
Стәрлетамаҡ Йәмәғәт палатаһының эше тураһында доклад менән уның рәйесе Евгения Долгих сығыш яһаны. Ул урындағы власть менән коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың үҙ-ара килешеп эш итеүе, ошо хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән проекттар хаҡында һөйләне.
РФ Йәмәғәт палаталары советы президиумы рәйесе урынбаҫары Игорь Селиванов йәмәғәтселәрҙең бәләкәй ҡалалар һәм муниципалитеттар үҫешендәге роленә баҫым яһаны:
– Власть органдары шарттар булдырырға, ә йәмәғәт палаталары ярҙам итергә, граждандар, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм власть араһында күпер булырға тейеш. Мин коллегаларыма һәр ваҡыт әйтәм: йәмәғәтсе – ул тәгәрмәскә таяҡ тығыусы йәки тәнҡитләүсе түгел. Ул ярҙам итә, кәңәштәр бирә. Власть органы уларҙы ҡарарға тейеш, ләкин улар буйынса эш итмәҫкә лә хоҡуҡлы, сөнки ахырғы һөҙөмтәлә тап ул барыһы өсөн дә яуап бирә. Әммә тәҡдимдәребеҙҙең һәр ваҡыт иҫәпкә алыныуын теләйбеҙ, – тип билдәләне Игорь Селиванов.
Фото: Стәрлетамаҡ хакимиәте һәм Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәте.