

Беҙҙең районда булған бер аяныслы тарих тураһында яҙып үтергә теләйем. Бәлки, кемгәлер фәһем, һабаҡ булыр.
Әсәйемдең тыуған ауылында, өләсәйемдең күршеһендә генә бер ғаилә йәшәне. Беҙ өләсәйгә йыш барғас, Мәүлиҙә инәй менән Ғабдулла олатайҙы ла яҡшы белдек. Шул тиклем изге, йомшаҡ күңелле, ярҙамсыл кешеләр булды улар. Мәүлиҙә инәй өләсәйемдән йәшерәк булһа ла, улар күршеләр генә түгел, әхирәттәр кеүек йәшәне.
Бер мәл, миңә ун йәштәр тирәһе булғандыр, инәй менән олатайҙың улы өйләнде. Уларҙың ике бөртөк кенә улы булып, өлкәне бала сағында фажиғәле рәүештә үлеп ҡалған ине.
Йәйге каникул булғас, мин өләсәйемдә инем. Шул тиклем матур, күңелле туй үтте. Башҡа балаларға эйәреп, мин дә туйҙы күҙәттем, еңгәй бүләге алырға ла индем. Еңгәйҙең һылыулығына иҫем китте, шул тиклем матур ине ул!
Йәш ғаилә ауылда төпләнде. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған, бухгалтер булып эшләгән Ғабдулла бабайҙың һүҙе үтемле, үҙе абруйлы булғандыр: бер йәй эсендә үҙҙәренең эргәһендә, шул уҡ ихатала ҡарағайҙан өр-яңы йорт күтәреп тә ҡуйҙылар. Шулай ҡайны менән ҡәйнә һәм йәш пар бер ихатала, әммә һәр ҡайһыһы үҙ йортонда йәшәй башланы.
Өсмө, дүртме йыл үтеүгә Ғабдулла бабайҙың мәрхүм булып ҡалғанын ишеттек. Яңғыҙ ҡалған Мәүлиҙә инәй өләсәйемә тағы ла нығыраҡ яҡынайҙы.
Минең йәйҙәрем элеккесә өләсәйем янында үтте. Шул ваҡытта Мәүлиҙә инәйҙең өләсәйемә илаулап һөйләгән хәбәрҙәрен ишетергә тура килә ине. “Бабайҙан ғына үтә алмаған икән. Ҡайныһынан ғына ҡурҡыңҡыраған икән. Бигерәк холоҡһоҙ ҡылана башланы әле ул был килен”, - тигән хәбәрҙәре ҡолағыма йыш салына ине.
Шулай йыл артынан йыл үтте. Мин уҡыуҙы тамамлап, сит ҡалаға уҡырға инеп, һөнәр алып, шунда төпләндем. Өләсәйем дә олоғайҙы. Әсәйем менән атайым уны үҙҙәре янына күсереп алды. Шулай ҙа тыуған ауылын, йәшәгән өйөн һағына ине ул, шуға күрә йәйгеһен ауылына барып, туғандарында ҡунаҡ булып, күңелен баҫып ҡайтыр ине. Мәүлиҙә күрешеһенә лә барып, хәл белешеп ҡайтыр ине.
Әсәйем менән уларҙың үҙ-ара һөйләшеүенән Мәүлиҙә инәйҙең ауыр хәлен йыш ҡына ишетеп йөрөргә тура килде. Бер мәл, тап мин ауылда саҡта, беҙгә Мәүлиҙә инәй килеп инде. Элекке матур, көләкәс инәйҙе танырлыҡ та түгел ине. Үҙе һыр бирмәҫкә, күңелле итеп һөйләшергә тырыша, ә ҡарашы шундай моңһоу, һағышлы.
– Күрше Ғәлимйән һеҙҙең ауылға барам тигәс, ултырҙым да киттем. Хәл белеп, донъя күреп ҡайтайым әле, тинем, – тине аҡланғандай.
Мәүлиҙә инәй беҙҙә өс көн самаһы торҙо. Әсәйем менән атайым уны ихлас ҡунаҡ итте, мунса яғып төшөрҙө. Ә өләсәйем менән икеһенең һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Ике әбей рәхәтләнеп, сөкөрләшеп сәй эсте, төрлө оҙон хәтирәләргә төштө... Бына шунда мин Мәүлиҙә әбейҙең ниндәй аяныслы хәлдә йәшәүен үҙенән ишетеп, хайран ҡалдым. Донъяла шундай яһил, ҡурҡыныс ҡатындар ҙа буламы икән ни, тип аптыраным...
– Эй, Нәфисә (минең өләсәйем – автор), һин ниндәй бәхетлеһең: ҡартайған көнөңдә ҡыҙың менән кейәүеңдең түрендә генә ултыраһың, ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәйһең. Ҡыҙым булһа, бәлки, мин дә шул бәхетте күрер инем... Килен бигерәк аҙҙы. Ниндәй генә һүҙҙәр менән битәрләмәй. Ныҡ туҡмай, башыма ғына һуға. Тәнемдә күк булһа, улыма күрһәтер, тип уйлайҙыр инде, – тип күҙ йәшен түкте Мәүлиҙә әбей.
– Ни сәбәпле улай ҡылана һуң? Нимәгә риза түгел? – тип аптырап һораны әсәйем.
– Эй, Аллам, бер нәмә менән дә риза түгел шул. Улымды әрләй, йүнһеҙ итеп үҫтергәнһегеҙ, кешеләр икешәр ҡатлы йорт һала, сит ил машинаһы ала, ә һинең улың атаһы төҙөгән әҙер йортта йәшәй, аҡса таба белмәй, ти. Улыбыҙҙы, яңғыҙ тип, иркәләтеберәк тә үҫтергәнбеҙме икән? Бигерәк йомшаҡ күңелле шул. Шулай ҙа кеше эшләгән аҡсаны таба, донъяһын баға. Бер көн дә эшһеҙ торғаны юҡсы, әле район үҙәгенә йөрөп эшләй, һаҡта ултыра. Себер яҡтарына ла барып эшләп ҡараны ул, тик һаулығы арҡаһында кире ҡайтты. Улым бигерәк йыуаш шул, киленгә ҡаршы һүҙ әйтмәй. “Ҡәйнәм яңылыша, бутап, уйлап сығарып һөйләй” тип улымды үҙенең яғына бороп алған тиһәң дә була. Ул ғына түгел, балаларҙы ла миңә ҡаршы ҡотортоп бөттө. Айырыуса өлкән ҡыҙы яман, мине өләсәй ҙә тимәй, теге ҡортҡа тип һөйләй. Кеше әйтһә, ышанмаҫ инем, үҙ ҡолағым менән ишеттем... Ә бит уларға пенсиямдың яртыһын тигәндәй биреп торам. Ғүмер буйы шул балалар тип кенә йәшәнем. Бүләгенән, тәмле-татлыһынан өҙмәйем. Әммә килен дә, балалар ҙа шуға ла риза түгел.
– Эй, Мәүлиҙә апай, улай йәшәп булмай бит. Ҡарт көнөңдә бер ҙә тыныслыҡ күрмәйһең икән... Нимә эшләргә булыр икән? – тип әсәйем ҡайғырып китте.
– Әллә инде... Ҡарттар йортона ғына барайыммы да ҡуяммы, тип уйлайым ҡайһы берҙә. Кешенән оят бит әле. Эргәһендә улы менән килене йәшәп, ҡарттар йортона киткән, тиерҙәр инде. Улыма бер-ике тапҡыр әйткәйнем, “Һиңә нимә оҡшамай? Өйөң йылы, ашарыңа бар, пенсияң килеп тора. Кеше көлдөрөп, беҙҙе оятҡа ҡалдырырға итәһеңме”, – тине лә ҡуйҙы. Бына шулай, тамуҡ утында йәшәйем, – Мәүлиҙә инәйҙең йыйырсыҡлы бите буйлап йәштәре тәгәрәне...
Өс көндән ул ҡайтып китте. Әсәйем: “Аҙна аҙағынаса беҙҙә бул әле, ял көнө үҙебеҙ алып барырбыҙ”, – тиһә лә, сыҙаманы. “Балалар яратмаҫ оҙаҡлап йөрөгәнде. Былай ҙа берәйһенә барһам, килен: “Ҡайҙа хәйерселәп йөрөнөң? Тағы мине сәйнәнеңме?” – тип ажғырып ҡаршы ала”, – тине ул бошонҡо ғына итеп.
Мәүлиҙә әбей ҡайтып киткәс, әсәйем менән атайым яҡын арала уларға барып, улы һәм килене менән һөйләшеп ҡарарға, әгәр был да ярҙам итмәһә, әбекәйҙе берәй интернатҡа урынлаштырыу сараһын хәстәрләргә һөйләште. Әммә улар өлгөрмәне...
Бер аҙнанан Мәүлиҙә әбейҙең мәрхүмә булғаны тураһында хәбәр ишетелде. Беҙ бергәләп, 90-ға етеп барған өләсәйемде лә алып, уны оҙатырға юлландыҡ. Әбейҙе хөрмәтләп бөтә ауыл менән мәңгелек йортона оҙаттылар...
Һуңынан төрлө хәбәрҙәр, имен-мимеш килеп етте. Әбекәйҙе өлкән ейәнсәре этеп ебәргән дә ул ҡулйыуғыстың осло тимер мөйөшөнә башы менән бәрелгән, ауыл фельдшеры менән әхирәт булған килене был хәлде йәшереп ҡалдырған, тип тә һөйләнеләр. Ысынмылыр, бушмылыр был хәбәр – уныһы беҙгә ҡараңғы... Ихлас күңелле, алсаҡ, йомшаҡ һүҙле, көләкәс кенә Мәүлиҙә әбейҙең ғүмере шулай аяныслы тамамланды...
Был ваҡиғанан һуң өс-дүрт йыл да ваҡыт үтмәне, бөтә районды ауыр хәбәр шаңҡытты: Мәүлиҙә инәйҙең килене менән ейәнсәре район үҙәгенән ҡайтып килгәндә, машина менән юлдан ситкә төшөп китеп, ҡаяташҡа бәрелеп үлгән. Рулдә ейәнсәр булған, улар әсәһе менән туйға кәрәк-яраҡ алырға барған, ҡыҙ кейәүгә сығырға йыйынып йөрөгән. Бына шулай ҡәйнәһен ҡыйырһытҡан килендең дә, өләсәһен кешегә һанамаған ейәнсәрҙең ғүмере йәшләй генә фажиғәле өҙөлөп ҡуйҙы...
Римма исемле ҡатын яҙып ебәргән тарих.
(Билдәле сәбәптәр арҡаһында исемдәр үҙгәртеп алынды).
Фото яһалма зиһен ярҙамында эшләнде.