Йәмғиәт
19 Июль , 10:30

Кәләштәр хәҙер ауырлы түгел, ауырыу итеп тоя үҙҙәрен...

Ишеткәнемдән сәстәрем үрә торҙо, үҙҙәре бала таба алмаусы ҡатындар күбәйеү сәбәпле, ҡорһаҡты ҡырҡыу юлы менән операция яһау арта  икән. 

Кәләштәр хәҙер ауырлы түгел, ауырыу итеп тоя үҙҙәрен...Кәләштәр хәҙер ауырлы түгел, ауырыу итеп тоя үҙҙәрен...
Кәләштәр хәҙер ауырлы түгел, ауырыу итеп тоя үҙҙәрен...

Бөгөн ғаилә ҡороу, күп бала табыу, уларҙы үҫтереп оло тормошҡа аяҡ баҫтырыу үҙе бер киҫкен мәсьәләгә әйләнде. Йәштәр оҙаҡ ҡына өйләнмәй-кейәүгә сыҡмай йөрөй. Аҙаҡ инде бәпескә уҙыу, уны табыу, үҫтереү проблемаһы башлана. Финанс мөмкинлектәренә бәйле генә түгел, һаулыҡҡа бәйле, йөктән үҙаллы бушана алмау ҙа бында сәбәпсе түгелме икән... Түбәндәге яҙманы уҡыйыҡ. 

"Бынан егерме биш йыл элек баш ҡалабыҙ Өфөнөң республика буйынса перинаталь бала тыуҙырыу үҙәгендә ятҡанда ундағы әмәлиәт, ҡорһаҡты ҡырҡыу юлы менән бала тапҡан ҡатындар һанына ҡарап аптырағайным. Әлеге ваҡытта унда эшләгән туғаныбыҙҙан ауырлы ҡатындарҙың хәл-торошо хаҡында белештем: медицина өлкәһендә алға китеш бар, йәшәү шарттары яҡшыра, хәҙерге көндә үҙенә, балаһына зыян килтермәйенсә бала тапҡан әсәйҙәр һаны кәмейме?

Ишеткәнемдән сәстәрем үрә торҙо, кәмеү генә түгел, хәл-торошо арҡаһында үҙҙәре бала таба алмаусы ҡатындар һаны, бала тыуған ваҡытта йәрәхәттәр алыу мөмкинлеге булғанлыҡтан, ҡорһаҡты ҡырҡыу юлы менән әмәлиәт яһау арта ғына икән.

Ғаиләләге иң оло апайыма ла ошондай уҡ һорау бирҙем, 55 йылдар элек тәүге бәпесенә ауырға ҡалған, биш бала әсәһе булған апайым үҙенең күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашты.

- Сәбәбе бары ҡатын-ҡыҙҙың үҙендә, ғөмүмән, һәр кемдең һаулығы үҙ ҡулында. Йәштәр ниңәлер ауырға ҡалыуҙы ауырыу кеүек ҡабул итәләр. Элек тә телефоның ҡулынан төшөрмәгән буласаҡ әсә, ауырға ҡалғас, бөтөнләй хәрәкәтләнмәй тиерлек, барыһы ла уның алдында бейеп торорға тейешле һымаҡ күрә, мыжый, зарлана, талап итә.

Мин Баймаҡ районының Аҡморон көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинатының тегеү цехында эшләп, тәүге бәпесемә декрет ялына сыҡтым. Тегеүсе булараҡ, һығып тормаған, киң, тир һеңдерерлек, һауа үткәрерлек материалдан кейем кейә инем. Ҡорһаҡты кеше күҙенән йәшерергә тырыштыҡ, әсәйгә әйтеү ҡайҙа ул йәш саҡта ауырға уҙғаныңды, ниңәлер оят бер эш менән тотолғандай күрә инем. Ишеткәндер, әсәйем бер нисә ауыл аша, февраль буранына ҡарамаҫтан ат егеп, артһыҙ ат санаһында хәлемде белергә килде. Ул килгәндә  сигеү сиккән сағым ине, эштәремде маҡтаһа ла, башҡаса ҡул эше менән шөғөлләнмәҫкә ҡушты, оҙаҡ бер торошта ултырғанда баланың муйынына кендеге уралырға мөмкин икән.

Өйләнешкәс, Аҡморондоң ике ҡатлы өйҙәренең икенсе этажында йәшәйбеҙ, дөрөҫ, канализация юҡ, әммә һыу ингән, газ үткәрелгән, миңә өйҙә бөтөнләй эш юҡ, өйҙө күптән йыуып-йышып бөткәнмен.

- Һау-сәләмәт бала тапҡың килһә, иҙәнеңде көн дә ике тапҡыр йыу, еңел дә табырһың, үҙең дә ауырыу белмәҫһең...

Әсәйемдең был һүҙенә аптырап ҡараным, иҙәнемдә бысыраҡ күрәме, әллә минең тик ултырғанымды яратмаймы... Шулай ҙа әсәй һүҙен тыңлап өйрәнелгән, ул ҡайтҡас та көнөнә ике тапҡыр иҙәнемде йыуып сығара инем, биҙрәләге һыу тап-таҙа, шулай ҙа иҙән йыуғандан һуң үҙемдә еңеллек тоям.

Бәпес алып ҡайтҡанса көнөнә ике тапҡыр иҙән йыуҙым, һуңынан да шулай ғәҙәтемә инде, иҙәндең ҡыйлы булғанын яратмайым.

Еңел таптым бәпестәремде, йәштәргә лә шулай кәңәш бирер инем, башҡа эшегеҙ булмаһа, иҙән йыуығыҙ ҙа иҙән йыуығыҙ. Хәрәкәттең бер зыяны ла юҡ, бәпескә лә файҙалы, туңҡайып йыуғанда мускулдар ҙа нығына.

Ишеткәнемде кемгәлер уйланыр өсөн яҙҙым, юғиһә дәү ҡорһаҡлы, диванда ҡайҡайып ултырған, йәки таяҡҡа эләктерелгән сепрәк менән иҙән һөрткән ауырлы йәш ҡатынға әйтеп ҡара был кәңәште, яман ҡараш ҡына ташламаҫ, әсе генә берәй һүҙен ҡаптырыуы ла бар...

Гөлдәр әбей".

Авторҙан. Дөрөҫ. Минең үҙемә лә йөклө саҡта акушер-гинеколог иҙән йыуырға ҡушҡайны. Ауыр күтәрмә, әммә иҙән йыуыу тик файҙаға, эйелеп-бөгөлөп йөрөгәндә мускулдар нығына, бәпәй тапҡанда еңел була, тине. Тап ошо күҙәтеүҙә яҙылғанса. Ә һеҙ был темаға ниҙәр уйлайһығыҙ, һеңле-апай-инәйҙәр?

 

Александр Данилов фотоһы.

Текст сығанағы: https://vk.ru/im/convo/166873706?entrypoint=list_all&w=wall-186982060_4893

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас