

Өфөлә "Салауат Юлаев"тың элекке билдәле хоккейсыһы һәм генераль менеджеры Александр Семактың суд эпопеяһы дауам итә. Уның адвокаты Рәмил Ғиззәтуллин хәбәр итеүенсә, район суды популяр "Склифосовский" сериалын төшөрөүселәргә ҡарата дәғүәне ҡабаттан ҡараясаҡ.
Сәбәбе - спортсының ҡара таҫмалы траур рамындағы фотоһы, уны, Семактың рөхсәтенән тыш, сериалда төп геройҙың мәрхүм атаһының матәм портреты сифатында ҡулланалар.
"Русское" кинокомпанияһы 3-сө миҙгелдең 16-сы серияһын төшөргәндә тере кешенең фотоһын матәм рамына ҡуйып күрһәтә. Һуңынан, мәғлүмәттәр буйынса, фильмға хоҡуҡтар ВГТРК-ға тапшырыла. Әлегә тиклем был сериал интернетта "Кинопоиск", Ivi, Okko, Premier һәм башҡа платформаларҙа күрһәтелә. Уларҙың барыһы ла, адвокат фекеренсә, уның клиентының хоҡуҡтарын боҙоуын дауам итә.
Суд башҡа кешенең һүрәтен ҡулланған өсөн кем яуап бирәсәген хәл итергә тейеш: контент етештереүсеме, ул ҡараған телеканалмы, йәки уны трансляциялаған һәм аҡса эшләгән онлайн-кинотеатрҙармы?
Төп бәхәс шунда: кинокомпания дәғүәсегә мәсьәләне тыныс хәл итергә тәҡдим яһай, хатта Өфөгә уның генераль продюсеры килә, әммә яҡтар һөйләшеп килешә алмай. Киләһе ултырыш иртәгә, 20 июлгә тәғәйенләнгән.
Фото: яһалма зиһен ярҙамында яһалды.