

Раушания Рәхмәтуллинаға 2020 йылдың июнендә яман шеш диагнозы ҡуялар. Ул саҡта II стадиялағы ауырыуҙы еңеп сыҡҡан кеүек була ул. Әммә быйыл сир көсәйә, инде һуңғы стадия ҡуялар...
Сир табылғанда бер һәм дүрт йәшлек булған улдарына хәҙер - ете һәм 10 йәш. Әммә уларға барыбер әсәйҙе бер кем дә алмаштыра алмай. "Сәсең, ҡашың, керпегең ҡойолоуы ла ул тиклем ҡурҡыныс түгел - үҫәләр ул. Ә бына улдарым бәләкәй әле, уларға әсәй кәрәк", - ти ҡатын.
Раушания Мәскәүҙә иммунитетты күтәреү терапияһын үткәргән клиника тапҡан. Бер курс 59 мең һум тора, 3-5 курс дауаланырға кәрәк буласаҡ. Быны раҫлаған бөтә кәрәкле документтар бар.
"Минең йәшәгем килә!" - ти Раушания. Ҡыҙыҡһыныусыларға уның тураһындағы бөтә мәғлүмәт сәхифәһендә: https://vk.ru/rahrusa
Фото: фотосессияны Онкологик сирле кешеләргә ярҙам итеү буйынса Бөтә Рәсәй проекты "Йәшәүгә тиң хоҡуҡ" АНО-һы ҡатнашлығында ойошторған.