

Башҡортостандан ете бер туған ғаилә йылыһы эҙләй.
Русланға 16 йәш. Өлкәндәре булараҡ, етди, яуаплы, туғандары өсөн ныҡлы терәк. Гитарала уйнай.
Юлианаға 11 йәш. Бәләкәйҙәрҙе ҡараша, өйгә эштәрен башҡарғанда ярҙам итә. Һүрәт төшөрә һәм дизайн менән ҡыҙыҡһына.
Азалияға 10 йәш. Алсаҡ, асыҡ күңелле ҡыҙ. Төрлө күмәк уйындар уйлап сығарырға әүәҫ, алмаз мозаикаһын теҙеү менән шөғөлләнә.
Алһыуға 9 йәш. Энергиялы, маҡсатына ынтылыусан. Үҙ фекерен яҡлай белә, туғандары менән ныҡ татыу-дуҫ.
Арыҫланға 8 йәш. Футбол, хәрәкәтле уйындар, пазл йыйырға, һүрәт төшөрөргә, йәнһүрәт ҡарарға ярата.
Ангелинаға 5 йәш. Йырлап, шиғыр һөйләп сығыш яһарға әүәҫ.
Кинйә Айданға 2 йәш. Уйнарға һәм йәнһүрәттәр ҡарарға ярата.
Ете бала бик татыу, бер-береһе өсөн өҙөлөп торалар. Өлкәндәре бәләкәйҙәре өсөн яуаплылыҡ тойоп, бөтә эштәрҙә ярҙам итә. Бергәләп саф һауала йөрөйҙәр, уйнайҙар, шөғөлдәрендә ярҙамлашалар.
Тик уларға атай-әсәй, ныҡлы ғаилә кәрәк. Туғандарҙы айырмайҙар, шуға күрә барыһын бергә ҡабул итерлек ғаилә булһа ине.
Бер нисә бәлиғ булмаған балаға ҡарата опекун (попечитель) булыу мөмкинлеге тураһында һығымтаһы булған граждан мәғлүмәт банкының төбәк операторына 8 (347) 218 03 62 телефоны буйынса мөрәжәғәт итә ала.
Фото: Минтруд.