Йәмғиәт
21 Июль , 10:55

Өфө профессорының хеҙмәттәре донъя кимәлендә танылыу яулай

Профессор Мөхәррәм Бикбовтың эштәре билдәле халыҡ-ара журналдарҙа баҫыла, күп кенә тикшеренеүҙәре сит ил коллегалары менән берлектә башҡарыла.

Өфө профессорының хеҙмәттәре донъя кимәлендә танылыу яулайӨфө профессорының хеҙмәттәре донъя кимәлендә танылыу яулай
Өфө профессорының хеҙмәттәре донъя кимәлендә танылыу яулай

Башҡортостан профессоры Мөхәррәм Бикбов Stanford–Elsevier World ' s Top 2% Scientists халыҡ-ара исемлегенә индерелгән. Уға донъя кимәлендә фәнни хеҙмәттәренән иң күп цитаталар килтерелгән тикшеренеүселәр инә.

Мөхәррәм Мөхтәрәм улы Бикбов - Башҡорт дәүләт медицина университетының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты директоры, медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡорт дәүләт медицина университетының офтальмология һәм оптик приборҙар эшләү кафедраһы мөдире. Был юғары уҡыу йорто Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы резиденты булып тора.

Профессор Бикбовтың эштәре билдәле халыҡ-ара журналдарҙа баҫыла, улар араһында Nature, Ophthalmology, American Journal of Ophthalmology, British Journal of Ophthalmology, Acta Ophthalmologica, Eye һәм башҡалар бар. Күп кенә тикшеренеүҙәр сит ил коллегалары менән берлектә башҡарыла.

Мөхәррәм Бикбовтың фәнни эшенең төп йүнәлештәренең береһе күҙ мөгөҙсәһенең дегенератив ауырыуҙары булған пациенттарҙы дауалау һәм реабилитациялау менән бәйле. Уның етәкселегендә БДМУ-ның Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында комплекслы технология булдырыла, ул институтта эшләнгән күҙ мөгөҙсәһен кросслинкинглау өсөн аппараттар һәм эретмәләр, шулай уҡ был методиканы ҡулланыуҙың клиник протоколдарын үҙ эсенә ала.

Белешмә

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының "Фән һәм университеттар" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ. 

Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас