Йәмғиәт
21 Июль , 11:00

Ғүмер буйы приют алдына ҡалдырып киткән һуҡыр ҡыҙын һағынып өҙгөләнде...

БУЛҒАН ХӘЛ. (Исемдәр үҙгәртеп алынды).  Бер көн Риталарҙың ишек алдында уйнап йөрөйбөҙ, шунда торған будканан бер тауыш сыҡҡандай булды. Будканың ишеге йоҙаҡлы, мин ярыҡтан эскә ҡараным. Унда иҙән уртаһында йәшкә минән өлкәнерәк, ҡара бөҙрә сәсле, ҙур ҡара күҙле ҡыҙ баҫып тора, ул ҡулдарын һелтәп ниҙер һөйләй. Мин Ританы саҡырҙым: "Кем ул ҡыҙ, ниңә ишек бикле?". "Минең апайым Вилә", - тине Рита һәм... 

Ғүмер буйы приют алдына ҡалдырып киткән һуҡыр ҡыҙын һағынып өҙгөләнде...Ғүмер буйы приют алдына ҡалдырып киткән һуҡыр ҡыҙын һағынып өҙгөләнде...
Ғүмер буйы приют алдына ҡалдырып киткән һуҡыр ҡыҙын һағынып өҙгөләнде...

Үткән быуаттың 50-се йылдары башында беҙҙең ғаилә Сибай руднигында йәшәне. Атайым, элекке офицер, милицияла хеҙмәт итте, әсәйем бәләкәй бала менән эшләмәй ине. Мин ул саҡта әле уҡырға бармағайным, һеңлемде ҡарайым. Күршелә генә Рита исемле ҡыҙ йәшәй ине, минең тиҫтерем. Уның менән дуҫлашып киттек, көндәр буйы йә уларҙа, йә беҙҙә уйнайбыҙ. Уның атаһы Фәрит ағай рудникта шофер булып эшләне, әсәһе Нурия апай – һатыусы. Уларҙың бәләкәй балалары ла бар ине. Өлкән ҡыҙҙары Фаяға 15 йәш, ул ҡайҙалыр складта эшләне.

Бер көн Риталарҙың ишек алдында уйнап йөрөйбөҙ, шунда торған будканан бер тауыш сыҡҡандай булды. Будканың ишеге йоҙаҡлы, мин ярыҡтан эскә ҡараным. Унда иҙән уртаһында йәшкә минән өлкәнерәк, ҡара бөҙрә сәсле, ҙур ҡара күҙле ҡыҙ баҫып тора, ул ҡулдарын һелтәп ниҙер һөйләй. Мин Ританы саҡырҙым:

- Кем ул ҡыҙ, ниңә ишек бикле?

- Минең апайым Вилә, - тине Рита.

- Ул нимә эшләй унда, ас ишекте сыҡһын, - тим.

- Ярамай, әсәй ҡушмай.

- Нишләп? - тип аптырайым.

- Ул һуҡыр, бер ни ҙә күрмәй, йә китеп барыр, аҙашыр, - ти Рита.

Беҙ көн һайын будка эсен күҙәтә башланыҡ. Ҡыҙыҡай, аяғөҫтө тороп, ниҙер һөйләй, йә иҙәндәге кейеҙ өҫтөндә йомарланып ятып йоҡлай.  Гел генә нәҙек тауыш менән йырлай ине. Ул саҡта балалыҡ менән мин аңламағанмын, был ҡыҙыҡай бар ҡайғыһын, күңел зарын бәләкәс йөрәге аша үткәреп, көйгә һалып йырлағандыр. Ҡулы менән күкрәгенә һуғып:

- Вилә асыҡҡан, ашарға бирегеҙ, Виләгә һыу бирегеҙ! – ти торғайны.

Төш мәлендә Фая килеп уны ашатып китә. Кискә Фәрит ағай самосвал машинаһында эштән ҡайта. Ул саҡта әсәйем мине Риталарға ебәрмәй. Вилә төндә ҡайҙа йоҡлағандыр, белмәйем, бәлки, йәй көнө будкала йәшәгәндер.

Күп тә үтмәй беҙ ауылға күстек, ләкин был ғаилә менән бәйләнеште өҙмәнек. Ял көндәре Рита атаһы, әсәһе, бәләкәс туғандары менән машинаға тейәлеп беҙгә киләләр. Ҡарағайлы йылғаһы буйында ял итәбеҙ, уйнайбыҙ, тәмле прәниктәр ашап, йылғанан һыу эсәбеҙ.

Мәктәп йылдарында ла Рита каникулда беҙгә килеп йөрөнө, ҡаҙ бәпкәләрен көтәбеҙ, еләккә йөрөйбөҙ. Мин Вилә тураһында һорашам, Рита:

- Хәҙер ул беҙҙең менән йәшәмәй, ҡайҙа икәнен белмәйем, – ти.

...Күп йылдар үтте, мин бала саҡ дуҫымды яңынан осраттым, әсәйем янына отпускыға ҡайтҡан инем. Ританың атаһы күптән донъя ҡуйған, ҡустыһы, һеңлеләре сит яҡтарҙа, ул әсәһе менән йәшәй икән.

- Әсәйең ни хәлдә? – тип һорайым.

- Әйҙә, беҙгә барайыҡ, үҙең күрерһең, – тине ул.

Ританың йорто ҙур, күтәреңке. Ишек йоҙаҡлы, асып эскә үттек.

Мин алдымдағы күренештән аҙап ҡалдым. Өҫтәл артында сал сәсле ҡатын ултыра, үҙ алдына ниҙер һөйләй. Нурия апай ҡартайған, ләкин мине таныны.

- Хәтерләйем һине, әсәйең ни хәлдә, иҫәнме? – тип һораны.

- Имен-һау йәшәп ята, – тим.

- Ә һин беләһеңме, Фая ни эшләгәнен? Ул Виләне бер үҙен ташлап китктән бит, – тип илай башланы. - Вилә, балаҡайым, һин ҡайҙа?!

Мин аптырауҙан ни уйларға ла белмәнем. Рита әсәһенең алдына ризыҡ ҡуйҙы ла мине аш бүлмәһенә саҡырҙы. Бер ни ҙә һөйләшмәнек, күңелгә ауыр ине. Нурия апай ашамай, һаман илай, ҡыҙы әсәһен йыуата. Мин тышҡа сыҡтым. Рита ишекте йоҙаҡланы:

- Сит кешеләр килеүе бар, былай ышаныслы, – ти.

 Мин унан әсәһенең әйткән һүҙҙәрен аңлатыуын һораным.

- Үҙем дә яҡшылап белмәйем, Фая апайым Виләне Өфөгә алып барған, шунда бер приюттың ишек алдында ҡалдырып киткән, – тине.

- Уның хәлен белешкәндәрме, янына барҙылармы икән? – тип ҡыҙыҡһындым.

- Белмәйем, мин бәләкәй инем ул саҡта, – тип ҡатын башын ситкә борҙо...

Был күңелһеҙ ваҡиғаны ғаиләлә иҫкә төшөрөргә ярамағандыр инде, тип уйланым. Әсәйем янына ҡайтҡас, унан Вилә хаҡында, Нурия апай ни сәбәптән илауын һораша башланым. Әсәйем үҙе белгәндәрҙе бәйән итте:

- Нурия беренсе ире менән Өфө янында бер ауылда йәшәгән. Ике ҡыҙы була, өлкәне – Фая, кесеһе – Вилә. Ул тыумыштан һуҡыр була. Атаһы ҡыҙын бик яратҡан, ҡулынан төшөрмәгән. Һуғыш башлана, ир кеше фронтҡа китә. Ул ҡатынына Виләне яҡшы ҡарарға, һаҡларға ҡушҡан,  әммә үҙе һуғышта һәләк булған. Нурия яңғыҙы ике баланы үҫтерә. Фәритте осратып, уға кейәүгә сыға, тағы өс балаһы тыуа. Улар рудникка күсеп килә, Фәрит – шофер, Нурия һатыусы булып эшләй. Беҙ улар менән күрше торғанда Виләгә 10 йәш ине. Мин ул баланы ныҡ йәлләй торғайным. Нурия ни эшләргә белмәй: ире, бәләкәй балалары бар, үҙе эшләп йөрөй, Виләне лә ҡарарға кәрәк.

Беҙ ауылда йәшәнек, асығын белмәнек. Аҙаҡ мин Фаяны осратып, Вилә тураһында белештем. Фаяға Виләне Өфөгә алып барырға тура килә. Фәрит ҡыҙҙарҙы Магнитогорскиға алып бара һәм поезға ултыртып Өфөгә оҙата, таныштарының адресын бирә. Шул кешеләрҙе табып, ҡыҙҙар уларҙа төн үткәрә. Приюттың ҡайҙа икәнен өйрәтеп ебәрәләр. Фая кәрәкле йортто төштән һуң ғына эҙләп таба. Әллә документтары тулы булмаймы, әллә ҡурҡыпмы, Фая Виләне приют етәкселәренә алып инмәгән. Ҡулына төйөнсөк тотторған килеш, яңғыҙын ишек алдында ҡалдырып киткән. Урам яғынан ҡойма ярығынан ни булырын ҡарап торған. Бала янына бер ҡатын килгәс, Фая поезға өлгөрөргә вокзалға йүгергән. 15 йәшлек үҫмер ҡыҙ, еңел уйлап, ни эшләгәнен дә аңламағандыр. Һуҡыр һеңлеһен ят ерҙә, сит кешеләр ҡулына ҡалдырып киткән.

Күп тә тормай, Фая ғаиләнән сығып китеп, үҙаллы йәшәй башлай. Аҙаҡтан ул приюттың ҡайҙа икәнен, һеңлеһен ҡайҙа ҡалдырғанын хәтерләй алмаған. Виләнең хәлен белеүсе, уның яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныусы булмағандыр. Фая аҙаҡ был ҡылған эшенә ныҡ үкенгәндер. Әгәр Виләнең үҙ атаһы иҫән булһа, уның яҙмышы икенсе төрлө булыр ине, – тип әсәйем күҙ йәштәрен һөрттө.

Мин тәрән уйға ҡалдым, был ваҡиға күңелемдән китмәне...

Бер нисә йыл үткәс, кис көнө миңә Рита шылтырата:

- Әле генә әсәйем вафат булды, мин яңғыҙым, киләһеңме?

- Ярай.

Беҙ ҡала янындағы ауылда йәшәй инек. Мине Ританың улы машина менән килеп алды.

Рита менән мәйет эргәһендә төнө буйы ултырып сыҡтыҡ. Ҡатын әсәһенең һуңғы йылдары тураһында һөйләне:

- Ул һәр төн Виләне төшөндә күрә башланы. “Әсәй, мине алып ҡайт!” – тип әйтә икән. Виләне теленән төшөрмәй, гел иҫләп, гел илай ине...

Мин Нурия апайҙы йәлләнем, күпме йылдар бәхетһеҙ балаһын күңелендә йөрөткәндер, уның яҙмышы өсөн ҡайғырғандыр, үкенесле тойғолар тынғы бирмәгәндер... Кеше иртәгәһе көнөн уйламай йәшәй, ҡылған эштәреңдән бер ҡайҙа ла китеп булмай. Әҙәм балаһы фани донъя менән хушлашҡанда үҙе менән бер нимә лә алмай, тик ғәмәлдәре генә мәңгелек йортҡа эйәреп бара, тиҙәр. Йөрәге яралы әсә үҙенең иң оло хатаһын аңлағандыр, моғайын.

Һуҡыр килеш тыуып, яҡты донъяны күрә аламаған баланың ғаиләһенән башҡа бер кеме лә булмай. Туғандарының һәр береһен тауышынан, атлауынан, тын алышынан танып, тойоп йәшәй бит. Бер көн килеп ул яҡындарына артыҡ мәшәҡәттәр тыуҙыра, кәрәкмәй башлай. Унан нисек тә ҡотолоу яғын ҡарайҙар. Ә бит яҙмышы икенсе төрлө булыуы ла ихтимал булғандыр...

Әгәр Виләнең юлында уға ярҙам иткән изге кешеләр осраһа, ҡыҙҙың тормошо ла ыңғай булғандыр, бәлки үҙ урынын тапҡандыр. Тик һис шикһеҙ, Вилә һәр саҡ үҙенең әсәһен уйлаған, туғандарын һағынған, улар менән ҡасан булһа ла осрашырмын, тип өмөт иткәндер. Ләкин өмөттәр аҡланмауы бик йәл...

Рита, әсәһен ерләгәс, Өфөгә ҡыҙы янына күсеп китте.

Был тарихтың геройҙары яҡты донъянан күптән киткән, ә хәтер юйылмай, ул йәшәй.

Авторы – Рәсимә Айсыуаҡова.

Сибай ҡалаһы.

Фото "Шедеврум" сайтында яһалма зиһен ярҙамында эшләнде. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас