

Башҡортостанда, социаль ярҙам мәсьәләләре буйынса, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн берҙәм ҡабул итеү көнө ойошторолдо. Сара Ватан һаҡсыларына һәм уларҙың яҡындарына адреслы ярҙамға, шулай уҡ уларға бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе тиҙ хәл итеүгә йүнәлтелгән.
Мәҫәлән, Ауырғазы районында бөтә һорауҙарға ла "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының вәкилдәре, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге белгестәре, МФЦ, үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре, "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды белгестәре һәм башҡа ойошма эшселәре яуап бирҙе. Бөрө, Ишембай, Борай, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы райондарында ла һәр кем үҙенә тулы яуап алды.
Фото: Лена Арямнова.