

Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Зиннәт улы Әминев һыу баҫҡан ауылдар халҡына ярҙамға үҙенең 200 мең һумын күсерҙе. Һәм "күберәк кәрәк булһа — өҫтәрмен" тип тә өҫтәне.
"Мин һәр ваҡыт асыҡтан-асыҡ әйтәм: бындай мәлдәрҙә беҙ үҙебеҙҙең көсөбөҙҙө белдерәбеҙ. Беҙ — бер ҙур башҡорт ғаиләһе, бөйөк Рәсәйҙең бер өлөшө. Һәм бурысыбыҙ — бәлә килгәндә күршенең иңенә үҙебеҙҙең иңде терәү.
Берҙәмлек беҙҙе ысын мәғәнәһендә көслө итә. Мин коллегаларыма, республикабыҙҙың бөтә ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарына мөрәжәғәт итәм. Хөрмәтле етәкселәр! Әйҙәгеҙ, юғарынан күрһәтмәләр йәки башҡаларҙың өлгө күрһәткәнен көтмәйек. Берләшәйек. Һәр беребеҙҙең ресурстары, мөмкинлектәре, ә иң мөһиме — абруйы һәм артыбыҙҙа торған халҡы бар.
Әйҙәгеҙ, беҙҙең көсөбөҙ дуҫлыҡта-татыулыҡта икәнен иҫбатлайыҡ. Асҡын районы бәлә эҙемтәләрен бөтөргәнсе ярҙам ҡулы һуҙайыҡ. Бергәләп күберәккә өлгәшә алабыҙ. Бергәләп барыһын да эшләй алабыҙ", - тип мөрәжәғәт итте ул.
Фото: МЧС һәм А. Әминевтең шәхси архивынан.