Ошо ялдарҙа Өфөлә үткәреләсәк “Рәхәттә” юбилей фестиваленә барыу өсөн биш сәбәп бар. Был хаҡта сараны ойоштороусылар хәбәр итте.
- Боҫ сәнғәте: мунса йолалары яңы кимәлдә күрһтеләсәк. “Рәхәттә”ге һәр сеанс – ысын мөғжизә. Мунса оҫталарының һәр ғәмәле, сихри боҫ, музыка мөхите һәм ҡабатланмаҫ урын барыһын да үҙенә йәлеп итер.
- Гастрономия сәйәхәте: ҡунаҡтарҙы сәләмәт меню, төрлө десерт эсемлектәр, аш-һыу көтә.
- "Ҡашҡаҙан" паркы ғәжәйеп урынға әүереләсәк: фотозоналар, матур аллеялар, ял итеү өсөн маршруттар. Фото төшөп социаль селтәргә һалыусылар өсөн дә бик шәп буласаҡ.
- Дуҫтар менән матур ял итеү өсөн “Ҡашҡаҙан” бик матур урынға әүереләсәк. Конкурстар, мауыҡтырғыс лекциялар, спорт ярыштары, оҫталыҡ дәрестәре, усаҡ эргәһен дә ултырыу – үҙе бер ғүмер!
- “Рәхәттә” – ғаилә менән бергәләп буш ваҡытты үткәреү урыны ла. Бында балаларға ла, өлкәндәргә лә бик ҡыҙыҡ буласаҡ.
Әгәр һеҙгә бер көн генә ял етмәй икән, фестиваль биләмәһендә палаткалар майҙансығы буласаҡ. Палатканы үҙегеҙ менән алып килергә йәки ҡуртымға алып торорға мөмкин.
Шулай итеп, 25-26 июлдә баш ҡалалағы “Ҡашҡаҙан” паркы һеҙҙе көтә. “Рәхәттә” иртәнге 10 сәғәт 30 минутта башлана. Тулыраҡ түбәндәге сайтта: https://нарахате.рф
0+
Сығанаҡ, фото: https://mgazeta.com/news/novosti/2026-07-21/pyat-prichin-provesti-vyhodnye-na-yubileynom-festivale-na-rahate-v-ufe-4757772