

Билдәле блогер, йәмәғәтсе Рөстәм Нәбиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә улы һәм атайлыҡ хистәре тураһында йылы яҙма менән уртаҡлашты.
“Улымдың тыуыуы минең бер аҙ өлкәнәйгән һәм тормошто тәрәнерәк аңлай башлаған мәлемә тура килде. Шуға күрә атайлыҡты ла икенсе төрлөрәк кисерәм. Нисектер уның ҡиммәтен нығыраҡ аңлайым кеүекме... Был ҡыҙҙарыма ҡарата яратыуҙың йәки аңлауҙың (атайлыҡ хисен – редакция) кәмерәк булыуын аңлатмай. Юҡ. Бары тик мин үҙем дә улар менән бергә үҫтем.
Ә хәҙер инде, өлкән балаларыма ҡарайым да, уларҙың ни тиклем тиҙ үҫеүен, ваҡыттың бармаҡ араһынан аҡҡан ҡом кеүек ағыуын тоям... Шуға күрә, нисек кенә ауыр булмаһын, улар менән мөмкин тиклем күберәк ваҡытымды үткәрергә тырышам.
Мин ниндәй бәхетле кеше! Көн һайын йоҡлар алдынан рәхмәт әйтәм. Юғары көскә бөгөн йәшәлгән көн өсөн рәхмәтлемен. Аллаһ, йәшәү ни тиклем мөғжизә! Ошоларҙың береһенең дә булмау ихтималлығын аңлау ҙа мине тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡарарға һәм һәр мәлдең ҡәҙерен белергә өйрәтә.
Ер йөҙөндәге бөтә балалар ҙа бәхетле һәм һау-сәләмәт булһын. Амин”, - тип яҙҙы блогер.
Әйткәндәй, Рөстәмдең тормош юлдашы Индира тыуған көнөн билдәләне. Ул кәләшен ҡотлап һәм һөйөүен белдереп: “Ошо йылдар дауамында беҙ күп нәмәләр аша үттек. Алда бары тик билдәһеҙлек кенә булған кеүек мәлдәр ҙә булды. Ләкин һин бер ваҡытта ла минең ҡулымды ысҡындырманың. Тап шуға күрә бөгөн беҙҙең ҙур ғаиләбеҙ, балаларыбыҙ, өйөбөҙ һәм ҡасандыр хыял ғына иткән бәхетле мәлдәребеҙ бар. Әммә иң мөһиме – һин минең һиңә, кешеләргә, был донъяға кәрәклегемде аңларға ярҙам иттең...” – тип яҙҙы Рөстәм Нәбиев.
Сығанаҡ: vk.ru/club211248813