Йәмғиәт
22 Июль , 19:50

Еңеүсебеҙгә диплом тапшырҙыҡ

Бүздәк һылыуы Зәлидә ханым ысынлап һоҡландырҙы. 

Еңеүсебеҙгә диплом тапшырҙыҡЕңеүсебеҙгә диплом тапшырҙыҡ
Еңеүсебеҙгә диплом тапшырҙыҡ

Гәзитебеҙҙең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә ҡатын-ҡыҙҙар араһында уҙғарылған “Донъя күрке – гүзәл зат” тигән конкурста Бүздәк районынан Зәлидә Илмәтова 1-се урын яулағайны.

Ниһайәт, Бүздәк яҡтарына юл төштө һәм еңеүсебеҙгә редакциябыҙҙың дипломын тапшырып ҡайттыҡ.

Интернет аша хәбәрләшеү менән кешене яҡындан күреү араһында айырма ҙур. Зәлидә ханым тағы ла һөйкөмлөрәк булып сыҡты. 20 йылдан ашыу банк тармағында хеҙмәт иткән, бөгөн райондың мәҙәниәт бүлегенә етәкселек иткән ханым төрлө яҡлап һәләтле булыуы менән һоҡландырҙы. Бәләкәйҙән сәхнәнән төшмәгән, балалар баҡсаһында уҡ төрлө музыка ҡоралдарында уйнаған замандашыбыҙ әле лә, етәксемен тип тормай, йырлап та сығыш яһай, бейеүгә лә маһир.

Зәлидә ханым ниндәй етәксе? Ғаиләһендә ниндәй әсәй, хужабикә? Күңеленә ниндәй ял оҡшай? Ошо хаҡта  гәзитебеҙҙә “Йома ҡунағы” рубрикаһында уҡып белерһегеҙ.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас