Йәмғиәт
24 Июль , 16:30

"Ирҙән айырылғас, алты теш ҡуйҙырҙым..."

Ҡыҙым кейәүгә сығырға йыйына. Тик ул бер шарт ҡуйҙы. Ә мин ҡурҡам...

"Ирҙән айырылғас, алты теш ҡуйҙырҙым...""Ирҙән айырылғас, алты теш ҡуйҙырҙым..."
"Ирҙән айырылғас, алты теш ҡуйҙырҙым..."

"Уртансы ҡыҙым кейәүгә сығырға йыйына. Әле ваҡыт булһа ла, бөгөндән тулҡынланып көтәм уны. Баланы өйҙән кешесә оҙатып ебәрәһе килә бит. 

Беҙҙең айырым йәшәгәнгә байтаҡ инде. Башта уҡыны, унан эшләй башланы, минең яныма ҡайтҡылап йөрөнө. Әммә барыбер никахты өйҙә уҙғараһы бар, туйға ла минән сыға. Шуға күрә барыһы ла яҡшы уҙһын, кешесә булһын тип теләйем. 

Балалар улай ҙурҙан ҡупмай үҙҙәре. Ике яҡтан да ата-әсәләр, бер туғандар һәм бик яҡындар менән генә бергә ултырырбыҙ, тиҙәр. Дөйөм алғанда, утыҙлап кеше йыйылабыҙ.

Балаларҙың атаһы менән айырылышҡанбыҙ. Бик тә ҡыҙыу кеше ул. Гел туҡмап торҙо. Шуға араларҙы өҙҙөк. Эсһә, тауыш ҡуптарырға ғына торҙо, уға барыһы ла дошман булып күренде. Мин дә дошман уға, күршеләр ҙә, туғандар ҙа...

Бөтә кеше менән һуғышып бөттө. Үҙенә лә эләгә ине. Иҫерек булғанда ла һуғышҡан кешеләр янына барырға ярамағанын аңламаны. Барып ҡушылып һуғышып китер булды. Береһендә атайым менән эләгешкән. Бер нисә тапҡыр һуҡҡан да. Ярай тауышҡа күрше килеп ингән. Быны бәйләп һалғандар. Атайҙың һынған, имгәнгән ере булманы, әммә тәне ҡара көйөп сыҡты. Күгәргән урын бик оҙаҡ төҙәлә, ҡарая, унан йәшелләнә, һарғая... Атай бер ҡасан да улай йөрөгәне булмағас, уға ауыр ине.

Миңә лә ҡыйын булды. Шунан һуң түҙмәй айырылышырға булдым. Үҙем ҡара көйөп йәшәгәнгә күнгән инем, атайыма ташланғанын ғәфү итә алманым. Әле ирҙән киткәс тә нисә йыл буйы яйлап үҙемде ҡараным: алты теш ҡуйҙырҙым, ир емергән соланды тәртипкә килтерҙем, тәҙрәләр ҡуйҙырҙым. Барыһы ла аҡса бит. Барыһын да һатып алырға кәрәк.

Хәҙер шул кеше ҡыҙҙың туйында ултырмаҡсы икән. Буласаҡ кейәүҙең ата-әсәһе лә айырылышҡан кешеләр. Егет туйға атаһына әйткәс, минең ҡыҙ ҙа саҡырам ти. Тыныс кеше булһа, нисек тә бер нисә сәғәткә түҙер инем әле. Әммә мин бит беләм: улай булмаясаҡ. Минең менән йәшәгәндә үк ҡайҙалыр барғанда "батырлыҡ өсөн" тип алдан "төшөрөп", әҙерләнеп бара ине. Ғүмер буйы шулай булғанды, хәҙер үҙгәрмәгән бит инде ул. Ауылдағы кешеләр ҙә гел зарлана, ғүмере тыныслана алмаған әҙәм, тиҙәр. 

"Минең туйҙа эсеп, тауышланып ултырмаҫ әле", – ти ҡыҙым. Йәшлеге менән яҡшыға өмөтләнә инде ул. Егет яғынан ата-әсәһе икәүләшеп ултырғас, ҡыҙымдың беҙҙе лә шулай күрәһе киләлер. Әммә мин үҙем бик ҡаршы быға. Буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар, туған-тыумаса ҡаршыһында оятҡа ҡалып, һуғышып ятҡы килмәй бит. "Минең ир шундайыраҡ инде ул, самалабыраҡ ултырығыҙ. Улай-былай була башлаһа, бәйләп һалырға әҙер ултырығыҙ”, – тип алдан киҫәтеп тә булмай ҡунаҡтарҙы.

Гүзәлиә".

 

Фото: "Шедеврум" яһалма зиһен ярҙамында яһалды.

Сығанаҡ: "Йәсминә" гәзите.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас